Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНТИЗМ

Просмотров: 1022

Р О М А Н Т И З М (фр. romantism), художестволы методты формалаштырған художестволы фекерләү тибы һәм ысынбарлыҡты сағылдырыу ысулы, кеше индивидуаллеген сикһеҙ эске раҫлау; бөтә көслөгә, сағыуға, юғарыға ҡыҙыҡһыныу; ысынбарлыҡ м‑н уртаҡ тел тапмауға ғазаплы көйөнөү; геройҙың абсолют азатлыҡҡа, рухи камиллыҡҡа, ирешә алмаҫлыҡ идеалға донъяның камил түгеллеген аңлау м‑н бергә субъектив ынтылыу Р. хас һыҙаттар булып тора. 19 б. уртаһына тиклем башҡорт әҙәбиәте көнсығыш Р. юҫығында үҫешә, ул ысынбарлыҡты идеаллаштырыу, мистицизм, дини мотивтарға, мифологияға, фольклорға мөрәжәғәт итеү, сюжеттарҙың экзотиклығы м‑н характерлана (Ҡол Ғәли, Ә.Ҡарғалы, Ш.Зәки, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой һ.б. әҫәрҙәре). 20 б. башында көнсығыш һәм европа Р. йоғонтоһонда ике ағым барлыҡҡа килә: элегик һәм гражданлыҡ Р. Психологизм, шәхестең тәрән тойғоһо, хис-тойғо лирикаһы элегик Р. төп һыҙаттары булып тора, ул Ғ.С.Иҫәнбирҙин, Я.Ғ.Йомаев, К.Ҡәрипов, Б.Ғ.Мирзанов, Ф.М.Сөләймәнов, Ф.К.Туйкин, С.С.Яҡшығолов һ.б. ижадында бирелгән. Йәмғиәткә хеҙмәт итеү, үҙенсәлек һәм халыҡсанлыҡ төп үҙенсәлектәре булған гражданлыҡ Р. Ш.Бабич, М.Ғафури һ.б. ижадында үҫешә. Р. алымдары һәм художество саралары социалистик реализмда әүҙем ҡулланыла. 20 б. аҙ. — 21 б. башы башҡ. әҙәбиәтендә Р. ҡулланылыуы Д.М.Бүләковтың “Килмешәк” (1989; урыҫса тәржемәһе 1996) романында, М.Кәримдең “Ярлыҡау” (1984) повесында һ.б. һиҙелә.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәтендә метод һәм стиль мәсьәләләре. Өфө, 1982; Г а л и н а Ғ.Ғ. 20—30‑сы йылдар башҡорт әҙәбиәтендә романтизм һәм реализм. Өфө, 2002; Х а р и с о в А.И. Литературное наследие башкирского народа (XVIII—XIX века). Уфа, 1973.

Ғ.Ғ.Галина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: