Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОБАҒИ

Просмотров: 1842

РОБАҒИ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары шиғриәтенең жанр формаһы. Ғәзәл м‑н бер рәттән лирик кисерештәрҙе һәм фәлс. уйланыуҙарҙы сағылдыра. Логик һәм интонацион яҡтан тамамланған афористик 4 юллыҡтарҙан тора. 1‑се шиғырҙа шиғри тезис, 2‑һендә — уның үҫеше, 3‑сөһөндә — кульминация, 4‑сеһендә һығымта бирелә. Р. рифма тәртибе: ааба, һирәгерәк — аааа, рифманың йыш ҡына рәдиф (юл аҙағында ҡабатланып килгән һүҙ йәки һүҙҙәр төркөмө) м‑н килеүе мөмкин; үлсәме — 12—12. Р. классик өлгөләре Ғүмәр Хәйәм тарафынан яҙылған. 19 б. — 20 б. башы башҡорт әҙәбиәтендә Р. Аҡмулла, Ш.Бабич, М.Ғафури, Ш.Зәки, С.Ҡудаш һ.б. мөрәжәғәт иткән. 20 б. 2‑се ярт. Р. тергеҙелеүенә Ғүмәр Хәйәм әҫәрҙәрен Р.Й.Ғариповтың башҡ. теленә тәржемә итеүе булышлыҡ итә. Хәҙ. башҡ. шиғриәтендә Р. Ҡ.Аралбай, Р.Х.Ниғмәтуллин, Ә.Әхмәт‑Хужа, М.Ямалетдин һ.б. ижадында осрай.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. 1‑се киҫ. Теоретик поэтика. Өфө, 2006; Ҡ а с ҡ ы н о в а Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007.

Г.Н.Ҡасҡынова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: