Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРЫҪ ДРАМА ТЕАТРЫ

Просмотров: 1650

УРЫҪ ДРАМА ТЕАТРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1861 й. башлап төрлө антрепризаларҙан һәм һәүәҫкәр труппаларҙан формалаша. 1930 й. алып Өфө урыҫ драма театры, 1939 й. – Урыҫ дәүләт драма театры, 1951 й. – Респ. урыҫ драма театры. 1998 й. акад. исеме бирелә, 2006 й. БР‑ҙың Урыҫ дәүләт акад. драма театры. У.д.т. стационар коллективының формалашыуы 20 б. 20‑се йй. башлана, уның нигеҙен фронт театрҙарында ҡатнашыусылар, Граждандар һуғышы осорондағы бригадалар, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларының үҙешмәкәр коллективтары, актёрҙар, режиссёрҙар тәшкил итә. 1930 й. уның составына Башпрофсоветтың “Дружная горка” күсмә труппаһы (баш реж. Д.Ф.Касьянов) ағзалары инә, улар берҙәм художество алымы булмау, оперетта стиле м‑н мауығыу сәбәпле тарҡатыла. 1931—32 йй. труппаға А.Вольская, А.Голикова, А.Гранитская, И.Ершов, Е.Цветков һ.б.; баш реж. вазифаһына А.В.Андреев (1937 й. тиклем) ҡабул ителә. 30‑сы йй. уртаһынан ижади составты В.В.Гарчева, И.К.Глушарин, Д.А.Дмитриев, А.Я.Закк, Г.С.Егиазаров, А.П.Касаткин, М.Л.Кондратьев, Ф.П.Крашенинников, А.Н.Робин һ.б. тулыландыра. Репертуарҙа А.Н.Островскийҙың “Йәшен” (“Гроза”), Л.И.Славиндың “Интервенция”, В.В.Вишневскийҙың “Беренсе атлылар” (“Первая конная”) һәм “Оптимистик трагедия” (“Оптимистическая трагедия”), Мольерҙың “Дворянлыҡтағы мещан” (“Мещанин во дворянстве”) һ.б. әҫәрҙәр була. Был осорҙа Башҡорт драма театры м‑н үҙ‑ара ижади алышыу традицияһы барлыҡҡа килә: У.д.т. тәүге тапҡыр Андреев тарафынан А.М.Таһировтың “Алатау” пьесаһы сәхнәләштерелә. Художестволы яҡтан Н.А.Бачурин, С.И.Никандров, В.Никифоров, муз. яҡтан Л.Н.Сушкова биҙәй. 30‑сы йй. аҙ. – 40‑сы йй. башында баш реж. М.П.Смелков (1937—45) ҡуйған Э.Скрибтың “Бер стакан һыу” (“Стакан воды”), А.К.Толстойҙың “Иоанн Грозныйҙың үлеме” (“Смерть Иоанна Грозного”), М.Ю.Лермонтовтың “Маскарад”, У.Шекспирҙың “Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” (“Укрощение строптивой”), ш. уҡ К.А.Тренёвтың “Нева ярында” (“На берегу Невы”), Н.Ф.Погодиндың “Кремль куранттары” (“Кремлёвские куранты”) спектаклдәре киң танылыу яулай. Сәйәси репрессияларБөйөк Ватан һуғышы театрҙың ижади составына йоғонто яһай. Репертуарҙа героик‑патриотик пьесалар төп урын ала: А.Е.Корнейчуктың “Фронт” һәм “Украина далаларында партизандар” (“Партизаны в степях Украины”), Л.М.Леоновтың “Ябырылыу” (“Нашествие”), К.М.Симоновтың “Урыҫ кешеләре” (“Русские люди”), Б.Бикбай пьесаһы б‑са “Салауат” (“Салават”) һ.б. спектаклдәр. Классик драматургиянан Островскийҙың “Урман” (“Лес”), А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” (“Три сестры”), А.С.Грибоедовтың “Аҡыллылыҡ бәләһе” (“Горе от ума”) пьесалары ҡуйыла; М.Горькийҙың “Егор Булычов һәм башҡалар” (“Егор Булычов и другие”) спектаклен Мәскәү тәнҡитселәре юғары баһалай. Коллективҡа Киев, Мәскәү театрҙарынан эвакуацияланған артистар М.М.Белоусов, Н.М.Евсти- гнеев, М.Ф.Романов, А.Е.Сонц, М.П.Стрелкова; реж. А.Я.Донатти, В.А.Нелли, К.П.Хохлов; Йәш тамашасы театры артистары М.Н.Леви- тина, М.В.Мартьянов ҡушыла. Труппа саҡырыу пункттарында, госпиталдәрҙә сығыш яһай. 1942—44 йй. Бәләбәй ҡ. эшләгән театр филиалы (художество етәксеһе Глушарин, актёрҙар М.Белицкий, Н.Вигилянская, Н.Зубков, Е.Т.Фролова, Ю.А.Хапланов һ.б.) ҡалала урынлашҡан хәрби частарҙа сығыш яһай. Репертуар А.К.Гладковтың “Борон‑борон заманда” (“Давным‑давно”), М.Горькийҙың “Дошмандар” (“Враги”), К.Финндың “Пётр Крымов”, Симоновтың “Көт мине” (“Жди меня”) һ.б. әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала. Театрҙың һуғыштан һуңғы эшмәкәрлеге ижади һәм ойоштороу йәһәтенән тарҡау булыуы м‑н билдәләнә. Был осорҙа классик [Шекспирҙың “Буштан‑бушҡа тауыш ҡуптарыу” (“Много шума из ничего”), Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”), Мольерҙың “Тартюф”, Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), Л.Н.Толстойҙың “Анна Каренина” романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; төп ролде БАДТ актрисаһы З.И.Бикбулатова башҡара] һәм совет [Корнейчуктың “Платон Кречет”, Симоновтың “Урыҫ мәсьәләһе” (“Русский вопрос”), Тренёвтың “Любовь Яровая” һ.б.] әҙәбиәте әҫәрҙәре б‑са ҡуйылған спектаклдәр айырым актёрҙарҙың ижади уңыштары м‑н иғтибарҙы йәлеп итә. Постановкаларҙы баш реж. А.П.Новоскольцев (1945 й. алып), С.А.Крутов (1950— 58), ш. уҡ Глушарин, В.А.Иконников, И.Ф.Кулага ҡуя; сәхнәнең художестволы биҙәлешен П.Д.Егоров, Ғ.Ш.Имашева, С.М.Кәлимуллин, А.В.Пантелеев, С.С.Постников башҡара; муз. яҡтан Т.Ш.Кәримов, К.Й.Рәхимов, Сушкова биҙәй; сәхнә бейеүҙәрен В.А.Григорин, Ф.С.Йосопов һ.б. ҡуя. Труппа составына Р.И.Байкова, Л.А.Бенин, В.Б.Бенифанд, Т.А.Векшина, В.И.Волков, В.Г.Гутман, Н.М.Дроздов, Г.П.Сардинский, И.М.Толчинская; Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаусылар Н.Ф.Вакуров, Д.Ш.Ғәлимова, В.И.Кальсина, Н.М.Ключник, И.А.Чунтонова һ.б. инә. 60‑сы йй. театр сәхнәһендә Ф.Гарсия Лорканың “Бернарда Альба өйө” (“Дом Бернарды Альбы”), ағалы‑ҡустылы Турҙарҙың “Төндән ҡасыу” (“Побег из ночи”), А.Делендиктың “Ҡояштағы дүрт тәре” [“Четыре креста на солнце”; “Аллаларға ҡаршы булыу” — “Вызов богам”] һ.б. спектаклдәре бара. В.С.Розовтың “Йолаға ингән йыйылыш” (“Традиционный сбор”), “Шатлыҡ эҙләү” (“В поисках радости”), “Хәйерле сәғәттә” (“В добрый час”), “Туй көнөндә” (“В день свадьбы”) пьесалары б‑са постановкалары әүҙем гражданлыҡ позицияһы, нескә психологизм м‑н айырыла. Спектаклдәр ҡуйыуҙа баш реж. Н.С.Ульянов (1958 й. алып), Б.А.Лурье (1965—66), ш. уҡ В.П.Баронов, В.Васильев, В.И.Радун; рәссамдар А. Белозеров, В.Н.Маков, В.Нестеров эшләй. Труппаны С.С.Акимова, Х.Л.Варшавская, Ю.М.Карманов, Г.И.Мидзяева, В.В.Прибылов, В.А.Терентьев, Р.А.Устинова, А.Т.Хаустов, А.Х.Шәрипова һ.б. тулыландыра. 70—80‑се йй. башында театр тарихында мөһим осор була, был Ғ.Ғ.Ғиләжев эшмәкәрлегенә бәйле (1967—83 йй. баш реж.). Был йылдарҙа театрҙың ижади үҫешендә яңы тенденциялар нығына, репертуар урыҫ классикаһы әҫәрҙәре м‑н байый: Л.Н.Толстойҙың “Яңынан терелеү” (“Воскресение”) романы б‑са Л.Соколов һәм Б.Филипповтың ш. уҡ исемле спектакле, М.Горькийҙың “Мещандар” (“Мещане”; М.Горькийҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй драма театрҙары фестивале дипломанты; Мәскәү, 1968), Л.Н.Андреевтың “Беҙҙең тормош көндәре” (“Дни нашей жизни”), Островскийҙың “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”; А.Н.Островскийҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй драма театрҙары смотры дипломанты; Мәскәү, 1973), “Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй” (“Не все коту масленица”), “Ҡайнар йөрәк” (“Горячее сердце”) спектаклдәре; совет яҙыусылары: Корнейчуктың “Эскадра һәләкәте” (“Гибель эскадры”; Оксана ролен БАДТ актрисаһы Г.А.Мөбәрәкова башҡара), Н.В.Думбадзеның “Мәңгелек ҡануны” (“Закон вечности”) романы б‑са М.Веснин һәм Ю.Строгановтың ш. уҡ исемле спектакле, В.М.Шукшин хикәйәләре б‑са “Характерҙар” (“Характеры”), А.В.Вампиловтың “Төбәктә булған мә- ҙәктәр” (“Провинциальные анекдоты”), В.Г.Распутин- дың “Йәшә һәм хәтереңдә тот” (“Живи и помни”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; сит ил — Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” (“Мамаша Кураж и её дети”), Шекспирҙың “Гамлет”, А.Касонаның “Ағастар баҫҡан көйө үлә” (“Деревья умирают стоя”) һәм хәҙ. заман башҡ. драматургияһы әҫәрҙәре б‑са: М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы, Ә.М.Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй” пьесаһы, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” спектакле (репертуарҙа 15 йылға яҡын бара) ҡуйыла. Йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләү проблемалары күтәрелгән спектаклдәр психологик киҫкенлек м‑н айырылып тора: А.Н.Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар” (“Жестокие игры”), Н.И.Мирошниченконың “Аҡ ҡошто һаҡлағыҙ” (“Берегите белую птицу”), М.М.Рощиндың “Изгелек эшләргә ашығығыҙ” (“Спешите делать добро”) спектаклдәре. У.д.т. сәхнәһендә уйнарға Рәсәйҙең танылған актёрҙары саҡырыла: М.И.Жаров (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”), О.А.Стриженов (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”; икеһе лә – Островский), В.В.Меркурьев (“Нахаҡ ғәйеп” — “Тяжкое обвинение”, Л.Р.Шейнин), Е.В.Самойлов (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой); реж. А.А.Васильев (“Йәшел ишек артындағы ҡатын” — “Женщина за зелёной дверью”, Р.Ибраһимбәков), А.З.Окунчиков (“2 өлөштәрҙәге йылмайыуҙар” — “Улыбки в 2‑х частях”, урыҫ водевилдәре б‑са), Я.С.Хамармер (“Испан руханийы” — “Испанский священник”, Д.Флетчер) һ.б. постановкалар ҡуя. ӨДСИ асылғандан һуң спектаклдәрҙә театр ф‑ты студенттары ҡатнаша башлай. Постановкаларҙы ш. уҡ Г.Бражник, Ю.А.Тамерьян ҡуя; художестволы яҡтан М.Н.Арыҫланов, Р.М.Арыҫланов, А.Л.‑Х.Ғиләжев, И.М.Мошкевич, Ф.А.Розов, Б.Я.Торик; муз. яҡтан биҙәүҙе Р.Х.Ғәзизов, А.Т.Кәримов, С.С.Миролюбов, Р.М.Хәсәнов башҡара, сәхнә бейеүҙәрен Г.В.Анищенко, И.Х.Хәбиров, һуғыш күренештәрен А.С.Дыба ҡуя. Был йылдарҙа труппа составына В.С.Абросимов, В.Н.Епифанов, О.Б.Лопухова, В.И.Малюшин, О.А.Шумилов һ.б. инә. 80‑се йй. башы театрҙың ижади формалашыуында М.И.Рабинович (1985 й. алып баш реж.) эшмәкәрлегенә бәйле яңы этап башлана, ул мораль‑этик, соц. мәсьәләләрҙе күтәргән спектаклдәр ҡуя: В.К.Арроның “Иҫке йорттағы биш романс” (“Пять романсов в старом доме”) һәм “Колея”, Рощиндың “Эшелон”, Н.Р.Эрдмандың “Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” (“Самоубийца”) спектаклдәре. Театрҙың ижади эҙләнеүҙәре икенсе, башлыса эксперименталь характерҙағы стилистиканы раҫлауға бәйле. Репертуарҙа күбеһенсә хәҙ. заман урыҫ [В.И.Беловтың “206‑сы буйлап” (“По 206‑й”), А.И.Гельмандың “Бөтәһе менән бер үҙе” (“Наедине со всеми”), А.Козловскийҙың “Редькин тәьҫире” (“Эффект Редькина”), Л.С.Петру- шевскаяның “Зәңгәр күлдәкле өс ҡыҙ” (“Три девушки в голубом”)], ш. уҡ урыҫ классикаһы [Чеховтың “Сейә баҡсаһы” (“Вишнёвый сад”), Островскийҙың “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” (“Не было ни гроша, да вдруг алтын”) һ.б.] әҙәбиәте әҫәрҙәре була. Сит ил авторҙарының әҫәрҙәре б‑са [Э.Олбиның “Баҡсала барыһы ла бар” (“Всё в саду”), Кобо Абэның “Дуҫтар” (“Друзья”)] постановкаларҙа мегаполистар донъяһындағы яңғыҙлыҡ проблемалары күтәрелә. Н.В.Гоголдең “Петербург повестары” (“Петербургские повести”) б‑са А.М.Поламишевтың “Ах, Невский!..”, В.В.Маяковскийҙың “Ҡандала” (“Клоп”) постановкалары режиссёрҙың фекер тәрәнлеге һәм үҙенсәлеге м‑н айырыла. Спектаклдәрҙе ҡуйыуҙы ш. уҡ реж. Н.А.Березин, Б.П.Михня, А.Коробицын, Тамерьян, рәссамдар Т.Ғ.Йәнекәев, Е.С.Вахтангов, М.В.Копьёв, М.М.Курилко, хореограф Н.Н.Филиппова һ.б. башҡара. Труппаны И.Г.Агашкова, Т.Л.Афанасьева, В.А. һәм В.Д. Гриньковтар, И.А.Капатов, Л.Ю.Капатова, В.ЛатиповДогадов, Т.В.Макрушина, А.А.Федеряев, И.В.Чурикова һ.б. тулыландыра. 90‑сы йй. А.Галичтың “Матрос тынлығы” (“Матросская тишина”), Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), А.Н.Толстойҙың “Ҡарлуғас” (“Касатка”), Л.Пиранделлоның “Генрих ХIV”, Г.Ибсендың “Ҡурсаҡ йорто” (“Кукольный дом”) һ.б. спектаклдәре иң күренеклеләрҙән һанала. 20 б. аҙ. – 21 б. башындағы театрҙың художество‑эстетик бурыстары жанр төрлөлөгөн, яңы сәхнә формаларын эҙләүгә бәйле була. Музыка, пластика, оригиналь художестволы биҙәүҙең үҙ‑ара әүҙем йоғонтоһона ҡоролған синтетик спектаклдәр: Островскийҙың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”), Л.Н.Разумовскаяның “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ...” (“Ваша сестра и пленница...”), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға”, Шекспирҙың “Ҡышҡы әкиәт” (“Зимняя сказка”) мотивтары б‑са “Юғалтыу сәбәпле ығы‑зығылар” (“Страсти по утрате”); башҡа сәнғәт төрҙәренең (кино) кәүҙәләндереү сараларын: М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са “Ай һәм япраҡ ҡойолоу”; төрлө, ш. иҫ. ҡапма-ҡаршы театр мәктәптәренең, йүнәлештәрҙең художество алымдарын ҡулланып ҡуйылған — Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”), Брехттың “Кавказ аҡбур түңәрәге” [“Кавказский меловой круг”; “Алтын ат” (“Золотой конёк”) Асыҡ фестиваль‑конкурсында Гран‑при, Төмән ҡ., 2004], К.Гольдониҙың “Венециан игеҙәктәре” (“Венецианские близнецы”) һ.б.; художестволы биҙәлешкә дифференциациялы ҡарашҡа нигеҙләнгән (сценограф, костюмдар, яҡтылык б‑са рәссам): О.Уайльдтың “Кентервиль өрәге” (“Кентервильское привидение”) хикәйәһе б‑са В.Дреерҙың ш. уҡ исемле спектакле, Т.Уайлдерҙың “Беҙҙең ҡаласыҡ” (“Наш городок”), М.Горькийҙың “Дачала йәшәүселәр” (“Дачники”) һ.б. спектаклдәр барлыҡҡа килә. Д.Патриктың “Ҡәҙерле Памелла” (“Дорогая Памелла”), С.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”), Н.М.Птушкинаның “Ул үлгән саҡта” (“Пока она умирала”), М.Ладоның “Бик ябай тарих” (“Очень простая история”) спектаклдәренә лиризм, ихласлыҡ, юмор; Р.Куниҙың “№13”, М.Фрейндың “Сәхнә артындағы тауыш” (“Шум за сценой”), К.Людвигтың “Күк йөҙө музыкаһы” (“Музыка небес”) — сюжетлы ситуациялар интригаһы; В.О.Семеновскийҙың “Әҙәбиәт уҡытыусыһы” (“Учитель словесности”) пьесаһы б‑са “Меҫкен” (“Тварь”) спектакленә киҫкен сатира хас. Ғ.Ғ.Ғиләжев ис. Камера сәхнәһендә (1998 й. асыла) М.Горькийҙың “Һуңғылар” (“Последние”), Ж.‑М. Шевреның “SQUAT, йәки Париж коммунаһы” (“SQUAT, или Парижская коммуна”), Д.Осборндың “Асыу менән әйләнеп ҡара” (“Оглянись во гневе”), А.Мардандең “Һуңғы герой” (“Последний герой”) һ.б. спектаклдәре ҡуйыла. Постановкаларҙы Рәсәй (В.Б.Ахадов, В.А.Гвоздков, Н.Ю.Орлов, В.С.Петров, Н.К.Черкасов) һәм сит ил (Л.‑М. Зайкаускас, В.Н.Раевский, С.Раппено, П.‑Э.Ланди) режиссёрҙары ҡуя. Рәссамдар В.И.Виданов, И.П.Капитанов, А.В.Коженкова, В.К.Колтунов, В.С.Королёв, С.Миньеко; композиторҙар – И.М.Есипович, Ю.В.Прялкин; хореографтар Л. Бионди, В.В.Лесничая, Н.А.Реутов, А.Ю.Пепеляев хеҙмәттәшлек итә. Был осорҙа труппаға С.Н.Басов, Т.Н.Калачёва, А.А.Леушкин, О.Л.Сальцин; ӨДСИ‑нең махсус курсын тамамлаусылар И.В.Бусыгина, Т.М.Ғарипов, Т.В.Григорьева, П.С.Едрёнкин, А.Х.Кашбуллина, А.Б.Ларионов, Г.Н.Николаев, А.Р.Шакирова һ.б. ҡабул ителә. Дир.: Л.В.Левитин (1965 й. алып), В.А.Стрижевский (1983 й. алып), А.Г.Шишкин (1998 й. алып ойоштороусы дир., 2000 й. алып дир.), Г.А.Мокшаев (2003–12 йй. башҡарыусы дир.). Художество етәксеһе Рабинович (1998 й. алып). У.д.т. Рәсәй һәм сит илдәр (Белоруссия, Италия, Литва, Польша, Украина һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. 1930 й. алып БДОБТ бинаһында (ҡара: Аксаков халыҡ йорто), 1939 й. – Гоголь урамы, 1982 й. башлап Октябрь проспекты буйлап үҙенең бинаһында урынлаша. Бина – 20 б. архитектура ҡомартҡыһы. 1989 й. Театр музейы ойошторола. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Әҙәб.: В о л к о в - К р и в у ш а С. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959; К у с и м о в а С.Г., В е р б и ц к а я Г.Я. Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002; Л е б е д и н а Л. Заповедная зона души //Театральная жизнь. 2007. №3.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021