Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТОВ Сәхи Ниғмәт улы

Просмотров: 877

СӘЙЕТОВ Сәхи Ниғмәт улы [25.1. 1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡайыпҡол а. (Ырымбур өлк. Александровка р‑ны) – 9.7.1986, Өфө], актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1966). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1931; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1931–39 йй., 1941–47 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) актёры, реж., художество етәксеһе, 1939–41 йй., 1947–70 йй. БАДТ актёры. Милли фольклорға нигеҙләнгән С. ижады халыҡсанлыҡ һәм реализм ысулын берләштерә: Тойғон (“Маҡтымһылыу”; дебют, БАДТ, 1927), Ҡарағол (ш. уҡ исемле трагедия; икеһе лә – Д.Юлтый), Айсыуаҡ һәм Көҫәпҡол (“Таңсулпан”, Ҡ.Даян) һ.б. Комик ролдәренә сағыу юмор, көләмәстәр ҡулланыу хас: Ғиззәтулла (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин), Ғәлимйән һәм Кәрим бай (“Башмағым”), Дәүләтбай (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) һ.б. Төп постановкалары: Х.К.Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәковтың “Бисәкәй”, М.Әмирҙең “Тормош йыры” һ.б. спектаклдәр. Сибай драма театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. “Салауат Юлаев”, “Ай тотолған төндә” (“В ночь лунного затмения”; Свердловск к/ст, 1978) һ.б. к/ф төшә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1947).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021