Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНКОВ Гений Викторович

Просмотров: 1233

ПАНКОВ Гений Викторович (29.5. 1924, Өфө — 26.11.1994, шунда уҡ), инженер‑технолог, хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), почётлы авиатөҙөүсе (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1964 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) 161‑се з‑дта (Өфө) эшләй. 1959– 63 йй. Башҡ‑н ХХС‑ында (1962 й. алып машиналар эшләү идаралығы нач.), 1964–86 йй. ӨПЭЗ‑дә: баш инженер, 1974 й. башлап дир., бер үк ваҡытта 1960–88 йй. ӨАИ‑ла уҡыта. 1956–58 йй. Ҡытайҙа эшләй. П. етәкс. производствола реконструкция үткәрелә; борт цифрлы хисаплау машиналары, пилотаж‑навигация комплекстары, төрлө типтағы осоу аппараттары (самолёт, вертолёт, йыһан караптары һ.б.) өсөн приборҙар һ.б. сериялы сығарыу үҙләштерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1979), СССР МС‑ы пр. (1982) лауреаты. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), “Почёт Билдәһе” (1957, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Проектирование машиностроительных заводов. Уфа, 1970; Технологическое проектирование общезаводских служб и промышленных зданий. Уфа, 1983.

К.Ш.Гәрәева

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019