Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘМҒИӘТ ҠАРАУЛЫҒЫ ПРИКАЗЫ

Просмотров: 1118

ЙӘМҒИӘТ ҠАРАУЛЫҒЫ ПРИКАЗЫ, губерна учреждениеһы. 1781 й. Өфө наместниклығында Екатерина II 1775 й. 7 нояб. указы м‑н булдырыла. Й.ҡ.п. ҡарамағында халыҡ училищелары, мәктәптәр, госпиталдәр, дауаханалар, дарыуханалар, ауырыуҙар һәм аҡылдан яҙғандар өсөн приюттар, ҡарттар һәм ғәриптәр, етемдәр йорттары, төрмәләр идаралыҡтары булған. Й.ҡ.п. башында губернатор торған. Приказ присутствиеһы составына юғары земство судының, юғары расправаның, губ. магистратының 2‑шәр ултырышсыһы, 1826 й. алып Эске эштәр министрлығынан тәғәйенләнгән даими ағза, 1861 й. — дәүләт крәҫтиәндәренән, дворяндарҙан (ҡара: дворянлыҡ), сауҙагәрҙәрҙән ағза ингән. Й.ҡ.п. наместниклыҡ идараһына һәм Сенатҡа, 1802—10 йй. һәм 1819 й. алып – ЭЭМ‑ға, 1810—19 йй. — Полиция министрлығына буйһонған. Уның ултырыштарында халыҡ уч‑щелары дир. һәм губерна табип башҡармаһы инспекторы ҡатнашҡан, бөтә мәсьәләләр ҙә кәңәшләшеп хәл ителгән. Аҡса м‑н тәьмин итеү ҡалаларҙан алынған пособиелар һәм ҡаҙна, иғәнәләр, штрафтар (мәй йыйымы һ.б. ҡарарҙарҙы боҙған өсөн), хужалыҡ һ.б. килемдәр (эшселәр йорттарынан, ф‑каларҙан һ.б.) иҫәбенә башҡарылған; күсемһеҙ милек һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарға залог өсөн һаҡлауға аҡса ҡабул итеү һәм ссуда биреү рөхсәт ителгән. 19 б. 30‑сы йй. алып Й.ҡ.п. кредит‑финанс функцияларынан мәхрүм ителә, үҙ вәкәләттәренең бер өлөшөн попечителлек советтарына тапшыра. 1864 й. Земство реформаһынан һуң төп функциялары бер‑бер артлы бөтөрөлә һәм аҡсаһы земстволарға тапшырыла.

Н.Л.Семёнова, Н.Х.Шәрәфетдинова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019