Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН

Просмотров: 749

ЯҘҒЫ ТАШҠЫН, йылғаның һыу режимы фазаһы, йыллыҡ һыу күләменең артыуы, кимәленең күтәрелеүе, һыуҙың үҙәндәрҙән сығып туғайҙарҙы баҫыуы м‑н билдәләнә. Йыл һайын бер үк миҙгелдә төрлө көсөргәнешлелек һәм оҙайлылыҡ м‑н ҡабатлана; көслө һәм оҙайлы һыу ағымынан барлыҡҡа килә, был яҙ көнө тигеҙлектәрҙәге ҡарҙың (Я.т.), билдәле миҙгелдә тауҙарҙағы ҡарҙың һәм боҙлоҡтарҙың (йәйге ташҡын) иреүенә, туҡтауһыҙ ямғырҙар яуыуына һ.б. бәйле булырға мөмкин. Я.т. төп осорҙары: башы, иң юғары кимәлгә күтәрелеүе (пик), аҙағы; тау йылғаларында бер нисә пик кимәле була. Республиканың тигеҙ өлөшөндәге йылғаларҙа (Баҙы, Дим, Ҡармасан, Өршәк, Өҫән, Сөн, Сәрмәсән, Ыйыҡ һ.б.) ташҡын 30 март—5 апр. башлана; улар өсөн 35—50 көн дауам иткән Я.т. хас, был һыу запасының ҡарҙа аҙ булыуы, һыу йыйғыстар эргәһендәге урмандарҙың һирәклеге, туҙанлы ҡар ҡатламы, яҙ көнө ҡарҙың тиҙ иреүенә, һыу сығымдарының һәм кимәлдәренең артыуына һәм кәмеүенә булышлыҡ иткән һауа т‑раһының юғарылығы м‑н аңлатыла. Тау‑урман зонаһындағы йылғаларҙа (Еҙем, Инйәр, Йүрүҙән, Ләмәҙ, Әй һ.б.) Я.т. 5—10 апр. башлана һәм 50—65 көн дауам итә, бер нисә пик осоро була, был һыу запасының ҡарҙа мул булыуына, урмандарҙың күплегенә, рельефтың йырғысланыуына, яҙҙың оҙаҡ дауам итеүенә бәйле (ҡара: табл.).

В.А.Балков

Тәрж.­ А.Н.Күсеев

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019