ТӘБИҒИ ПАРК
ТӘБИҒИ ПАРК, тәбиғәт комплекстарына зыян килтереүсе хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйылған төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. Т.п. тәбиғәтте һаҡлау, ғилми‑тикшеренеү һәм экологик ағартыу учреждениелары статусы бар. Т.п. бурыстары: уникаль тәбиғәт комплекстарын, тәбиғи һәм тарихи‑мәҙәни объекттарҙы, хайуандарҙың һирәк төрҙәрен, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һ.б. юғалтмау, ялды, туризмды ойоштороу һәм рекреацион ресурстарҙы юҡ итмәү маҡсатында терр‑яларҙы һаҡлау. Т.п. терр‑яларында дифференциаль һаҡлау режимы урынлаштырыла, тейелмәй торған, һаҡҡа алынған режимлы функциональ зоналар, рекреация, тарихи‑мәҙәни, күрергә килеүселәрҙе хеҙмәтләндереү, хужалыҡ‑коммуналь, агрохужалыҡ һ.б. зоналар булыуы мөмкин. Башҡортостанда тәүге Т.п. булып Ҡандракүл тәбиғи паркы һанала (1995). Дөйөм майҙаны 125,13 мең га (2016) булған Асылыкүл тәбиғи паркы, Ирәмәл тәбиғи паркы, Ҡандракүл тәбиғи паркы, Мораҙым тарлауығы Т.п. эшләй.
З.Ф.Үләмәева
Тәрж. И.М.Япаров