Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫУА

Просмотров: 1155

БЫУА, күләме 1 млн м3 кәмерәк булған һыуһаҡлағыс. Һыу туплау һәм уны артабан файҙаланыу (һуғарыу, балыҡсылыҡ, һыу менән тәьмин итеү, рекреация һ.б.), ағымдың күләмен көйләү өсөн булдырыла. Эрозияға ҡаршы гидротехник ҡоролмалар системаһына инә. Б. миҙгел, аҙна һәм тәүлек эсендә һыу кимәлен көйләү б‑са айырыла. Башҡортостанда 350‑нән ашыу Б. иҫәпләнә (2010). Респ. терр‑яһында тигеҙ урынлашмаған, күпселеге хужалыҡ йәһәтенән үҙләштерелгән көнбайыш (Дүртөйлөлә — 34, Ауырғазыла — 25, Илештә — 14, Туймазыла — 13, Әлшәйҙә — 11, Дәүләкәндә — 10 һ.б.) һәм көньяҡ (Ишембайҙа — 14, Көйөргәҙелә — 7 һ.б.) райондарҙа урынлашҡан. Дим, Өршәк, Өҫән, Сәрмәсән, Таналыҡ, Яубазы йй. ағымы нығыраҡ көйләнгән.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.03.2024