Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИГЕҘЛЕКТӘР

Просмотров: 1162

ТИГЕҘЛЕКТӘР, бер аҙ йырғыланған һәм абс. билдәләре түбән булған ер өҫтө, диңгеҙ һәм океан төптәре участкалары. Ҡоро ерҙә бейеклеге б‑са уйпат (200 м тиклем), ҡалҡыу (500 м тиклем) һәм бейек (500 м юғарыраҡ); өҫкө формаһы б‑са — яҫы, тулҡынлы, арҡалы, убалы һ.б.; барлыҡҡа килеүе б‑са структуралы, денудацион (пенеплендар, педиплендар, педименттар), аккумулятив (аллювиаль, пролювиаль, эол, зандр, диңгеҙ яры) һәм башҡа Т. айырыла. Т. йылға үҙәндәре, һыҙалар, йырындар һ.б. хас. Формалашыуы терр‑яның геол. төҙөлөшөнә бәйле. Структуралы Т. платформаларға тура килә, бында рельеф характеры ултырма ҡапламаһының горизонталь ятҡан тау тоҡомдары м‑н билдәләнә, мәҫ., Көнсығыш Европа тигеҙлеге Көнсығыш Европа платформаһына тура килә. Денудацион Т. тауҙарҙың емерелеүе һәм тигеҙләнеүе, аккумулятив Т. кәүшәк ултырмалар тупланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. БР сиктәрендә Көнсығыш Европа тигеҙлеге рельефында денудацион ҡалҡыу Т. (Бәләбәй ҡалҡыулығы, Стәрлебаш-Фёдоровка ҡалҡыулығы, Дөйөм Һырт, Өфө яйлаһы), аккумулятив һәм эрозион‑денудацион Т. (Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге) айырыла. Респ. көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Һаҡмар-Таналыҡ денудацион (абс. бейеклеге 350—500 м) һәм Ҡыҙыл‑Оло Урғаҙа денудацион‑аккумулятив (350— 400 м) Т. урынлашҡан.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023