Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ

Просмотров: 1056

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ, радиоактив мәғдән сығарыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы тирә‑яҡ мөхиткә ташлау, ядро шартлауҙары, АЭС авариялары һ.б. һөҙөмтәһендә тере организмдарҙың һәм уларҙың йәшәү мөхитенең радиоактив матдәләр йотоуы. Б.р.б. ядро бүленеү продукттары, тәбиғи радиоактив ауыр металдар һ.б. радиоактив элементтар барлыҡҡа килтерә. Б.р.б. кимәлен дозиметрия ысулдары м‑н билдәләйҙәр, радиоактивлыҡ берәмектәрендә күрһәтәләр. Радиоактив матдәләрҙе тере организмдарҙың йотоуы уларҙың организмда тупланыуына килтерә. Б.р.б. радиоактив матдәләрҙең агрегат хәле, формаһы, т‑ра, тирә‑яҡ мөхиттәге химик матдәләр һ.б. йоғонто яһай. Ионлаштырыусы радиацияның төрлө кимәлдәренең экологик әһәмиәтлелеген асыҡлау, зарарлы эҙемтәләренән һаҡланыу б‑са тәҡдимдәрҙең фәнни нигеҙҙәрен булдырыу, экосистеманың структураһы, продуктлылығы һәм таҙарыныуы боҙолоуы мөмкинлегенә прогноздар төҙөү м‑н радиоэкология шөғөлләнә, мед. аспекттары м‑н — радиация гигиенаһы. Б.р.б. булдырмау б‑са төрлө илдәрҙәге эшмәкәрлекте Халыҡ‑ара атом энергияһы б‑са агентлыҡ координациялай. Башҡортостанда 1 кешегә Б.р.б. дозаһы РФ б‑са алынған уртаса дәүмәлдән юғары түгел. БР б‑са Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре б‑са, халыҡҡа нурланыш биреүсе төп сығанаҡтар: радиация фонының техноген үҙгәреүе (0,19% — 20,7 кеше‑Зв/ йыл), тәбиғи сығанаҡтар (70,3% — 7400 кеше‑Зв/ йыл; ш. иҫ. радондан 3000, тышҡы γ‑нурланыштан 2480, йыһан нурланышынан 1500, аҙыҡтан 410, эсәр һыуҙан 20), мед. тикшеренеүҙәре (29,5% — 3100 кеше‑Зв/ йыл). Тупраҡтың бысраныу тығыҙлығы 137Cs һәм 90Sr б‑са — 2,3 һәм 1,8 кБк/ м2, асыҡ һыу ятҡылыҡтарындағы һыуҙарҙың — 0,1 Бк/ л, шуға ярашлы дөйөм α‑ һәм β‑активлыҡ — 0,005 һәм 0,25. Тәбиғи радиоактивлыҡ һөҙөмтәһендә төҙөлөш материалдарының экспозиция дозаһы ҡеүәте — 0,08—0,09 мкЗв/ сәғ, асыҡ һауала — 0,1 мкЗв/сәғ.

В.П.Казаков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: