Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭРЕТКЕСТӘР

Просмотров: 1069

ЭРЕТКЕСТӘР, матдәләрҙе иретеү, 2 йәки унан күберәк компоненттарҙан бер төрлө системалар булдырыу һәләтенә эйә булған индивидуаль химик берләшмәләр йәки уларҙың ҡатышмаһы. “Шыйыҡса—газ” һәм “шыйыҡса—ҡаты есем” ҡатышмалары өсөн Э. — шыйыҡса, 2 һәм күп компонентлы Э. өсөн — башҡаларынан күберәк миҡдарҙағы компонент. Шулай уҡ Э. иҫәбенә пластификаторҙар инә. Органик (алифатик һәм ароматик углеводородтар, уларҙың галоген‑, нитросығарылмалары, ш. иҫ. нефть Э., спирттар, карбон кислоталары, эфирҙар, сульфоксидтар һ.б.) һәм органик булмаған (һыу, шыйыҡ хәлдәге көкөрт ангидриды, аммиак, гидразин, фтороводород к‑таһы, еңел иреүсән металдар, тоҙҙарҙың иретмәләре) Э. айырыла. Ҡайнау т‑раһы б‑са түбән т‑рала һәм юғары т‑рала ҡайнаған, осоусанлыҡ дәрәжәһе б‑са — еңел, урта, насар осҡан, йәбешкәклеге б‑са — түбән, юғары, уртаса йәбешкәкле, кислота‑нигеҙ үҙсәнлектәре б‑са — кислоталы, нигеҙле, нейтраль, диполь моменты булыуы һәм диэлектрик үткәреүсәнлеге дәүмәле б‑са — поляр һәм поляр булмаған, донорҙар йәки протон акцепторҙарының, электрондарҙың булыуы б‑са — протон, апротон диполярлы, электрон‑донорлы, поляр булмаған Э. айырыла. Шулай уҡ янғын, шартлау хәүефе, ағыулылыҡ һ.б. б‑са классификациялана. Реакцияларҙың тиҙлегенә, химик тигеҙ­ләнешкә тәьҫир итә, эретелә торған матдәгә һәм аппаратураға ҡарата инерт булырға тейеш, тарҡалыуын булдырмау өсөн Э. махсус матдәләр м‑н стабилләштерелә. Нефть Э. бөтә нефть фракцияларын, майҙарҙы, азот‑, кислород‑ һәм көкөрторганик берләшмәләрҙе яҡшы эретә, ҙур булмаған ағыулылыҡҡа (алифатик углеводородтар, бензол, толуол, ксилол) эйә, яныу һәм шартлау хәүефен тыуҙыра. Шыйыҡ пропан асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙе насар эретә. Ароматик углеводородтар, хлор сығарылмалары, аминдар, кетондар концентрациялары күп булғанда ағыуланыу, дерматиттар тыуҙыра. Лак‑буяу, туҡыу, фарм., парфюмерия сә­нәғәтендә, а.х., шартлаусан матдәләр, пластик массалар, яһалма күн етештереүҙә, ш. уҡ кейем таҙартыуҙа, металдарҙы һәм уларҙың иретмәләрен майһыҙландырыу, гудронды ас­фальтһыҙлаштырыу, яңынан кристаллаштырыу, экстракциялау өсөн, спектроскопияла, хроматографияла һ.б. ҡулланыла. Э. утилләштереү процестарына рекуперация (конденсация, абсорбция йәки адсорбция ысулы м‑н; адсорбенттар — активлаштырылған күмер йәки башҡа күҙәнәкле матдәләр) һәм регенерация (ҡыуыу йәки ректификация, барлыҡҡа килгән ҡалдыҡты яндырыу) инә. Башҡортостанда фенол, ацетон, этил спирты, бензин һ.б. етештереү үҙләштерелгән. 20 б. 70‑се йй. башынан Нефтехимия производстволары ҒТИ — Э. алыу технологияларын эшләү б‑са баш ин‑т булып иҫәпләнә, унда Нефрас‑П1‑65/70 (эфир майҙарын алыу өсөн), Нефрас‑П‑65/75 һәм Нефрас‑С2‑70/95 (үҫемлек сеймалынан май алыу), Неф­рас‑С‑105/130 (ыҫмалалы матдәләр), Нефрас‑С‑91/99 (пластик массалар етештереү), Нефрас‑Н‑200/300 (юғары майлы спирттар алыу өсөн); Нефрас‑А‑120/200 (асфальтлы‑ыҫмалалы, парафинлы ултырмаларҙы бөтөрөү, Инпар‑1 маркалы парафин ултырмалары ингибиторын әҙерләү өсөн; “Уфанефть” НГДУ‑һында ҡулланыла), Нефрас‑С4‑140/200 (лак‑буяу сәнәғәтендә файҙаланыла) һ.б. маркалы нефть Э. етештереү технологиялары эшләнә. Кейем таҙартыу өсөн Нефрас‑С‑180/210 маркалы Э. тәжрибә партияһы етештерелә, 1985 й. “Башхимчистка” пр‑тиеларында һынала. Нефрас‑И2‑190/320 маркалы Э. нигеҙендә “Союзбытхим” КБ (Рига) м‑н берлектә Нефрафос инсектициды уйлап табыла. Уйлап табылған технологиялар 70—80‑се йй. Ангарск, Кстово, Яңы Куйбышев, Ярославль НЭЗ‑дарында, КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанеф­техим”), “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) индерелә. Шулай уҡ ин‑тта файҙаланылған Э. регенерациялау технологиялары эшләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Углеводородные растворители” (“Углеводородлы эреткестәр”) баҫмаһына ингән (М., 1986).

Әҙәб.: Масагутов Р.М., Стекольщиков М.Н.Неводныерастворителивнеф­тепереработке и нефтехимии Журнал Всесоюзного химического общества им. Д.И. Менделеева. 1984. Т.29. №5; Применение углеводородных растворителей в народном хозяйстве. Уфа. 1988.

М.Н.Стекольщиков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: