Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы

Просмотров: 1286

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы (20.8.1939, Чкалов өлк. Яңы Муса а. — 9.8.2008, Өфө), химик- органик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1975), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) Өфө нефть техникумында уҡыта. 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1971—93 йй. дөйөм һәм аналитик химия каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1977—86 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. 1991 й. башлап “Реактив” Дәүләт инженерлыҡ үҙәгенең ген. дир., бер үк ваҡытта Теүәл органик синтез ҒТИ директоры. 1993 й. башлап ӨДНТУ‑ның Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑ның бүлек мөдире, 2007 й. — директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ацеталдәрҙең, уларҙың гетероаналогтарының әүерелештәрен, аралыҡтағы актив киҫәксәләрҙең реакция механизмдарын, төҙөлөшөн һәм реакцияға һәләтле булыуын, барлыҡҡа килгән продукттарҙың стереохимияһын тикшереүгә; аҙ күләмле продукттарҙың һәм реактивтарҙың химияһын, технологияһын өйрәнеүгә арналған. Р. етәкс. коррозия ингибиторҙары, бактерицидтар һәм фунгицидтар, нефть сығарыр өсөн реагенттар, сүсле оптика, полиграфия, махсус тәғәйенләнешле радиоэлектроника өсөн материалдар уйлап табыла. 2000‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 500 уйлап табыу авторы. Д.И.Менделеев ис. Бөтә союз химия йәмғиәтенең Башҡ‑н идараһы рәйесе (1979—92). “Башкирский химический журнал” (“Башҡорт химия журналы”; 1994—2008), “История науки и техники” (“Фән һәм техника тарихы”; 2004—08) ж. ойоштороусыһы һәм баш мөхәррире. “Реактив” Дәүләт фәнни‑техник әҙәбиәт нәшриәтен ойоштороусы (Өфө, 1994).

Х е ҙ м.: Ингибиторы коррозии: в 4 т. М., 1997—2007 (авторҙ.); История возникновения, становления и развития высшего нефтяного образования и науки в России: в 4 т. М., 2007—2008; История создания и развития химической и нефтехимической промышленности Республики Башкортостан: в 4 т. М., 2007— 2008 (авторҙ.).

С.С.Злотский

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

                                                              

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Шәхестәр: