Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ

Просмотров: 922

РЕАКТИВ ЯҒЫУЛЫҠ, һауалы реактив авиация двигателдәре һәм газ турбиналы двигателдәр өсөн яғыулыҡ итеп ҡулланылған алифатик (20—60%), нафтен (20—60%), ароматик (18,5—20%), туйындырылмаған алифатик (0,3—1%) углеводородтарҙың ҡатнашмаһы. Шыйыҡса, tҡайнау 170—315°С, тығыҙлығы 775—840 кг/ м3, яныу йылылығы 42,8—43 МДж/кг, tтоҡаныу ‑10‑дан 60°С тиклем; көкөрт миҡдары 0,05—0,1%, кислород һәм азот берләшмәләре 0,05—0,15%. Р.я. итеп күбеһенсә лигроин‑ (ҡара: Кәрәсин) һәм бензин‑кәрәсин, кәрәсин‑газойль фракциялары, меркаптанһыҙлаштырыу компоненттары ҡулланыла. Аҙ көкөртлө, көкөртлө нефтте ҡыуып, гидрокрекинг, гидродеароматлау, термик крекинг, каталитик крекинг, кокслаштырыу ысулдары м‑н алына; ҡайһы бер Р.я. тәрән гидрирлауға, гидротаҙартыуға (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу), ҡайһы саҡ гидрокөкөртһөҙләндереүгә (ҡара: Яғыулыҡты көкөрттән таҙартыу) дусар ителә. Р.я. көкөртлө водород, һыуҙа эреүсе к‑талар һәм һелтеләрҙең, механик ҡушылмалар һәм һыуҙың (ғәҙәти т‑paларҙа 0,008—0,01%‑ҡа тиклем) булыуы тыйыла. Юғары термик тотороҡлоҡ (күбеһенсә тауыштан шәберәк осҡан авиация өсөн Р.я.; яғыулыҡтың 150— 200°С һәм унан юғарыраҡ т‑раға тиклем йылыныуы) көкөртлө, азотлы һәм кислородлы берләшмәләрҙе мөмкин тиклем бөтөрөү ярҙамында; түбән коррозия активлығы ванадий (ванадий коррозияһы) һәм көкөрт ҡушылмаларын кәметеү аша булдырыла. Р.я. эксплуатация үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн антиоксиданттар (24 мг/л тиклем), металл деактиваторҙары [6 мл/л; мәҫ., N, N’‑бис-(салицилиден) этилендиамин], коррозия ингибиторҙары (10—45 мг/л; алкилланған пирокатехин һ.б.), присадкалар (ауырлығы б‑са 2%‑ҡа тиклем) — боҙланыуға ҡаршы (күләме б‑са 0,1— 0,3%; мәҫ., этилцеллозольв), туҙыуға ҡаршы (май к‑таларының сәнәғәт фракциялары һ.б.), антистатик (мәҫ., синтетик май к‑таларының хромлы тоҙҙ ары), антиокисландырыусы (мәҫ., 2,6‑ди‑трет‑бутил‑4‑метилфенол) һ.б. индерелә. Башҡортостанда ТС‑1 маркалы Р.я. Яңы Өфө НЭЗ‑ында сығарыла. 20 б. 60—70‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда М.Б.Вольф етәкс. Р.я. алыу технологияларын эшләү һәм уларҙы химик стабилләштереү б‑са, 80‑се йй. ӨНИ‑лә (А.Ф.Әхмәтов һ.б.) юғары тығыҙлыҡлы Р.я. технологияһын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 90‑сы йй. башында Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында 1995 й. Атырау НЭЗ‑ында (Ҡаҙағстан) индерелгән аҙ көкөртлө юғары парафинлы нефттән ТС‑1 маркалы Р.я. эшләү технологияһы булдырылған.

Н.К.Кондрашёва

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: