Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ

Просмотров: 1173

МАЙҘАРҘЫ РЕГЕНЕРАЦИЯЛАУ, ҡабаттан файҙаланыу маҡсатында ҡулланыштан үткән майҙарҙың эксплуатациялау үҙенсәлектәрен тергеҙеү. М.р. тондороу (һыуҙан һәм ҡаты иҙмәләрҙән арындырыу өсөн), сорбциялап эшкәртеү (майҙы төрлө ҡушылмаларҙы һурған сорбенттар ҡатламы аша үткәреү), фильтрлау (майҙарҙы механик ҡушылмалар һәм дымлылыҡтан үтә нескә таҙартыу) файҙаланыла. Металдың ваҡ киҫәксәләрен йыйыу өсөн даими магнит фильтрҙары, центрифугалау ҡулланыла. Химик таҙартыу кислоталар, һелтеләр, эреткестәр, адсорбенттар, балсыҡ, күмер һ.б., физик‑химик таҙартыу асфальтһыҙлаштырыу, парафинһыҙлаштырыу һ.б. м‑н үткәрелә (ҡара: Нефть продукттарын таҙартыу). Таҙартылған регенератҡа комплекслы присадкалар өҫтәйҙәр. Регенерат пластик майҙар составында, бензинда эшләгән ике тактлы двигателдәр өсөн индустриаль май етештергәндә май нигеҙе итеп ҡулланыла. РФ‑та 40—48% ҡулланыштан үткән майҙар йыйыла, шуларҙың 14—15% регенерацияға бирелә (ҡалған өлөшө яғыулыҡ сифатында ҡулланыла йәки яндырыла). Башҡортостанда М.р. технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. башында ӨДНТУ‑ла П.А.Золотарёв етәкс. башлана. Р.М.Ишмәков, А.Р.Хафизов тарафынан 90‑сы йй. башында һелте м‑н таҙартҡандан һуң өҫтәлмә эшкәртеү — тәбиғи адсорбент (янған тау тоҡомдары) аша үткәреүҙе күҙаллаған М.р. ысулы уйлап табыла, шул ысул нигеҙендә эшләгән ҡулайлама Шаҡша ремонт‑техник пр‑тиеһына индерелгән. Адсорбент сифатында һоро күмер ятҡылыҡтарының “янған тау тоҡомдары” файҙаланыла. М.р. б‑са тикшеренеүҙәр ш. ук Нефтехимия эшкәртеү институтында алып барыла.

Ш.Т.Аҙнабаев

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: