Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕКТИФИКАЦИЯ

Просмотров: 1059

РЕКТИФИКАЦИЯ (лат. rectus — тура, ябай һәм facio — эшләйем), шыйыҡ бинар йәки күп компонентлы ҡатышмаларҙы ҡайнау траһы бса шыйыҡсаны парға һәм парҙарҙы конденсатҡа әйләндереп бүлеү ысулы. Азеотроплы (эреткес ҡатышмаға азеотроп ҡатышманың берәй компоненты мн айырыусы агент индереү), экстрактив (түбән осоусан яҡын трала ҡайнаған компоненттарҙыңҡатышмаларын айырыу), молекуляр Р. (аҙ осоусан, термик тотороҡһоҙ матдәләрҙең күп баҫҡыслы юғары вакуумлы дистилляцияһы) айыралар. Айырылыусы шыйыҡсаларҙыңҡайнау траһына ҡарап Р. атмосфера баҫымында (tҡайнау 30—350°С), атмосфера баҫымынан юғарыраҡ шарттарҙа (түбән ҡайнау тралы шыйыҡсаларҙы бүлеү), вакуумда (юғары трала ҡайнаған шыйыҡсаларҙың траларын кәметер өсөн) өҙлөкһөҙ насадкалы йәки баҫҡыслы тәрилкәһымаҡ ректификация колонналарында үткәрәләр (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары), уларҙа ҡапмаҡаршы пар (өҫкә; түбән трала ҡайнаған компоненттар мн байый) һәм шыйыҡса (аҫҡа; юғары трала ҡайнаған компоненттар мн байый) ағымдарының күп тапҡыр контакты булдырыла. Ротор әйләнгәндә механик энергияны биргән ректификация колонналары (роторлы плёнкалы аппараттар), парлаусы секцияһы һәм айырым фракцияларҙы алыр өсөн ситке өлөштәре булған ҡатмарлы колонналары бар (мәҫ., углеводород газдарын айырыу һәм нефтте эшкәртеү, дизель яғыулығының 220—300°С трала еңел һәм 280—350°С трала ауыр фракцияларын, 350—380°C трала атмосфера газойлен, 350—380°С трала мазутты айырыу). Нефть эшкәртеүҙә, химия, нефть, кокс һәм урман химияһы, аҙыҡтүлек, фарм. сәнәғәтендә, төҫлөметаллургияла ҡулланалар. Башҡортостанда Р. бөтә нефть һәм газ эшкәртеү, химия здтарының технологик схемаларына инә. 20 б. 50се йй. аҙ. Башҡн нефть эшкәртеүҒТИнда А.С.Эйгенсон етәкс. нефть фракцияларының Р. һөҙөмтәле схемаларын эшләү бса тикшеренеүҙәр башлана. 60сы йй. башында А.В.Берг, Р.Н.Илембәтова, М.Л. Креймер, Л.Б.Хоҙайҙатова тарафынан КПССтың 22се съезы ис. Өфө НЭЗы (ҡара: “Уфанефтехим”) мн берлектәбензинды ваҡ фракцияларға бүлеп ароматик углеводородтар алыр өсөн Р. схемаһы үҙләштерелә. Аныҡ Р. ҡулайламаларының типлаштырылған проекттарына керетелгән һәм илдең 10дан ашыу нефть эшкәртеү здтарында индерелгән тәҡдимдәр бирелгән. ӨНИлә А.А. Кондратьев етәкс. ҡатмарлы ҡатышмаларҙы фракциялауҙың иҫәпләү ысулдары, Б.К.Марушкин етәкс. ректификация колонналарын аныҡ иҫәпләү ысулдары өйрәнелә; Ғ.Ғ.Теләшев мн берлектә сәнәғәт ректификация тәрилкәләренеңһөҙөмтәлелеген билдәләү методикаһы эшләнә; М.З. Максименко тарафынан Яңы Өфө НЭЗы мн берлектәминераль майҙарҙы фенол ярҙамында таҙартыу һәм гудрондарҙы пропанлы асфальтһыҙлаштырыу өсөн экстракция колоннаһы эшләнә.

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

 

 

РЕКТИФИКАЦИЯ (лат. rectus — тура, ябай һәм facio — эшләйем), шыйыҡ бинар йәки күп компонентлы ҡатышмаларҙы ҡайнау траһы бса шыйыҡсаны парға һәм парҙарҙы конденсатҡа әйләндереп бүлеү ысулы. Азеотроплы (эреткес ҡатышмаға азеотроп ҡатышманың берәй компоненты мн айырыусы агент индереү), экстрактив (түбән осоусан яҡын трала ҡайнаған компоненттарҙыңҡатышмаларын айырыу), молекуляр Р. (аҙ осоусан, термик тотороҡһоҙ матдәләрҙең күп баҫҡыслы юғары вакуумлы дистилляцияһы) айыралар. Айырылыусы шыйыҡсаларҙыңҡайнау траһына ҡарап Р. атмосфера баҫымында (tҡайнау 30—350°С), атмосфера баҫымынан юғарыраҡ шарттарҙа (түбән ҡайнау тралы шыйыҡсаларҙы бүлеү), вакуумда (юғары трала ҡайнаған шыйыҡсаларҙың траларын кәметер өсөн) өҙлөкһөҙ насадкалы йәки баҫҡыслы тәрилкәһымаҡ ректификация колонналарында үткәрәләр (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары), уларҙа ҡапмаҡаршы пар (өҫкә; түбән трала ҡайнаған компоненттар мн байый) һәм шыйыҡса (аҫҡа; юғары трала ҡайнаған компоненттар мн байый) ағымдарының күп тапҡыр контакты булдырыла. Ротор әйләнгәндә механик энергияны биргән ректификация колонналары (роторлы плёнкалы аппараттар), парлаусы секцияһы һәм айырым фракцияларҙы алыр өсөн ситке өлөштәре булған ҡатмарлы колонналары бар (мәҫ., углеводород газдарын айырыу һәм нефтте эшкәртеү, дизель яғыулығының 220—300°С трала еңел һәм 280—350°С трала ауыр фракцияларын, 350—380°C трала атмосфера газойлен, 350—380°С трала мазутты айырыу). Нефть эшкәртеүҙә, химия, нефть, кокс һәм урман химияһы, аҙыҡтүлек, фарм. сәнәғәтендә, төҫлөметаллургияла ҡулланалар. Башҡортостанда Р. бөтә нефть һәм газ эшкәртеү, химия здтарының технологик схемаларына инә. 20 б. 50се йй. аҙ. Башҡн нефть эшкәртеүҒТИнда А.С.Эйгенсон етәкс. нефть фракцияларының Р. һөҙөмтәле схемаларын эшләү бса тикшеренеүҙәр башлана. 60сы йй. башында А.В.Берг, Р.Н.Илембәтова, М.Л. Креймер, Л.Б.Хоҙайҙатова тарафынан КПССтың 22се съезы ис. Өфө НЭЗы (ҡара: “Уфанефтехим”) мн берлектәбензинды ваҡ фракцияларға бүлеп ароматик углеводородтар алыр өсөн Р. схемаһы үҙләштерелә. Аныҡ Р. ҡулайламаларының типлаштырылған проекттарына керетелгән һәм илдең 10дан ашыу нефть эшкәртеү здтарында индерелгән тәҡдимдәр бирелгән. ӨНИлә А.А. Кондратьев етәкс. ҡатмарлы ҡатышмаларҙы фракциялауҙың иҫәпләү ысулдары, Б.К.Марушкин етәкс. ректификация колонналарын аныҡ иҫәпләү ысулдары өйрәнелә; Ғ.Ғ.Теләшев мн берлектә сәнәғәт ректификация тәрилкәләренеңһөҙөмтәлелеген билдәләү методикаһы эшләнә; М.З. Максименко тарафынан Яңы Өфө НЭЗы мн берлектәминераль майҙарҙы фенол ярҙамында таҙартыу һәм гудрондарҙы пропанлы асфальтһыҙлаштырыу өсөн экстракция колоннаһы эшләнә. С.Ә.Әхмәтов Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: