Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕГӨМӨШ

Просмотров: 1137

ТЕРЕГӨМӨШ (Hydrargyrum), Hg, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 7 тотороҡло изотобы бар. Т. 35 минералы билдәле (төп — киноварь, Т. сульфиды), кварцта, халцедонда, сульфидлы минералдарҙа, карбонаттарҙа, слюдаларҙа изоморф ҡушылма барлыҡҡа килтерә; алтынлы һоро тимер, һөрмә, ҡурғаш‑цинк, баҡыр колчеданы мәғдәндәрендә, гейзер ултырмаларында бар. Саф Т. киноварь окисланғанда, уның вулкан урғылғанда тарҡалыуы һөҙөмтәһендә, гидротермаль юл м‑н барлыҡҡа килә. Т. — көмөштәй аҡ, парҙа төҫһөҙ, бүлмә т‑раһында берҙән‑бер шыйыҡ металл; tиреү 38,87 °С, t ҡайнау 356,58 °С; тығыҙлығы 13533,6 кг/м3, ҡаты Т. — төҫһөҙ кристалл. Диамагнит, 4,155 К булғанда — юғары үткәреүсе (ҡара: Юғары үткәреүсәнлек). Химик әүҙемлеге түбән. Бүлмә т‑раһында ҡоро һауала йәки кислородта ялтырауығы оҙаҡ һаҡлана, дымлы һауала плёнка м‑н ҡаплана. Кислород м‑н ҡара әсемә, ҡыҙыл окись (окись гидратын барлыҡҡа килтермәй тиерлек), байтаҡ металдар м‑н — иретмәләр (амальгамалар), ҡайһы берҙәре м‑н интерметаллидтар (меркуридтар) барлыҡҡа килтерә. Йылытҡанда галогендар, бүлмә т‑раһында (ыуғанда) ныҡ ваҡланған көкөрт м‑н ҡушыла. Тоҙ, шыйығайтылған көкөрт к‑таларында эремәй; алтын иреткестә, азот, ҡуйыртылған эҫе көкөрт к‑таларында эрей. Тоҙҙары (нитраттан башҡа) һыуҙа насар эреүсән. Башлыса киноварҙы окисланыу‑ҡайтарылыулы үртәү м‑н алына. Приборҙар (баро‑, термо‑, манометрҙар, вакуум насостары һ.б.), Т. лампалары, шартлаусан матдәләр эшләүҙә; күсергестәрҙә, турайтҡыстарҙа; әсе һелтеләр, хлорҙы электролиз м‑н етештереүҙә шыйыҡ катод, уксус к‑таһын синтезлауҙа катализатор булараҡ; металлургияла алтын һәм көмөш алыу өсөн; медицинала (Т. хлориды, сулема, терегөмөшорганик берләшмәләр һ.б.) файҙаланыла. Киноварь — ҡиммәтле пигмент. Башҡортостанда 19 б. 40‑сы йй. алып Т. алтын табыу сәнәғәте пр‑тиеларында амальгамалау өсөн ҡулланыла. 1940—56 йй. Учалы һәм Сибай окисланған алтынлы мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә бер ыңғайҙан алына. Өфө электролампа заводыЯҡтылыҡ Т. файҙаланып төрлө лампалар етештерә. “Тәбиғәт” ДУП‑ында терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ваҡытлыса һаҡлау, утилләштереү схемаһы эшләнә. Стәрлетамаҡ ҡ. УРЛ‑2М ҡулайламаһында (етештереүсәнлеге — сменаға 700—800 лампа) терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙан, Нефтекама, Өфө ҡҡ. УДЛ ҡулайламаларында люминесцент лампаларҙан Т. алып ташлана.

В.Н.Никонов, А.В.Чадченко

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: