Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕПИН Николай Николаевич

Просмотров: 1094

РЕПИН Николай Николаевич (10.6. 1930, Грозный — 1.12.2006, Өфө), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1968), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1968). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1954). 1957 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй: 1959 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1963 й. — лаб. мөдире, 1970 й. — бүлек мөдире. 1974 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 1986—90 йй. “Союзнефтеотдача” ҒПБ‑ның бүлек мөдире (Өфө). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм һыу йыйыу, әҙерләү өсөн аппараттар, насостар; нефть табыу технологияларын эшләүгә арналған. Р. ҡатнашлығында вертикаль торбаларҙа газ‑шыйыҡлыҡ ағымдарының гомоген һәм айырым ағышын эксперименталь өйрәнеү өсөн лаб. ҡулайлама эшләнгән, эргазлифт һәм фонтан күтәргестәрҙе һ.б. тикшереү ысулдары камиллаштырылған. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. СССР МС пр. (1981), И.М.Губкин ис. пр. (1983) лауреаты.

Х е ҙ м.: Эксплуатация глубиннонасосных скважин. М., 1971 (авторҙ.); Исследование движения многокомпонентных смесей в скважинах. М., 1972 (авторҙ.); Технология механизированной добычи нефти. М., 1976 (авторҙ.).

О.М.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019