Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕЧКАЛОВ Александр Васильевич

Просмотров: 1132

РЕЧКАЛОВ Александр Васильевич (20.4.1947, Ирбит ҡ.), инженер-электрик. Иҡт. ф. канд. (1987), техник ф. д‑ры (2002), проф. (2004). Төмән индустриаль ин‑тын тамамлаған (1974). 1972 й. алып Төмән моторҙар з‑дында эшләй: 1975 й. башлап цех нач., 1977 й. — автоматлаштырылған идара итеү системалары бүлеге начальнигы. 1987 й. алып ӨМЭПБ‑ла идара итеүҙе ойоштороу, иҡт. мәсьәләләр б‑са ген. дир. урынбаҫары, финанстар б‑са дир., бер үк ваҡытта 1990 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта. 2005 й. алып Балашиха ҡойоу‑механика з‑дының ген. дир., 2008—09 йй. Инвестиция‑финанстар м‑н идара итеү компанияһының ген. дир. (Мәскәү). Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт пр‑тиелары м‑н автоматлаштырылған идара итеү системаларын, ысулдарын уйлап табыуға һәм индереүгә арналған. Р. тарафынан Төмән моторҙар з‑дында автоматлаштырылған идара итеү системаһы, ӨМЭПБ‑ла планлаштырыуҙың һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған Baan IV системаһы эшләнгән һәм индерелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Автоматизированное проектирование информационно‑управляющих систем. Проектирование экспертных систем на основе системного моделирования. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Г.Г.Куликов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019