Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РИЗУАНОВ Риф Ғариф улы

Просмотров: 962

РИЗУАНОВ Риф Ғариф улы (22.1.1963, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) шунда уҡ эшләй: 2004 й. алып механика ф‑ты деканы, 2015 й. — нефть аппараттары төҙөү технологияһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре нефть һәм газ химияһы производствоһы өсөн ҡорамалдар яһау технологияһын уйлап табыуға арналған. Р. ҡатнашлығында аныҡлығы юғары булған аппараттарҙың ҙур габаритлы эллиптик төптәрен һыу м‑н һыуытылған пуансондарҙы ҡулланып ҡайнар штамплау ысулы м‑н яһау технологияһы эшләнә. Уның етәкс. ҙур габаритлы цилиндрик деталдәрҙең киҫелештәрен автоматлаштырылған геом. контролдә тотоу системаһы, иретеп йәбештергәндә бер үк ваҡытта виброэшкәртеүҙе ҡулланыу технологияһы уйлап табыла. Асыштары “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда индерелгән. 300‑гә яšын фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1988).

Х е ҙ м.: Ресурс сосудов и трубопроводов. Уфа, 2000 (авторҙ.); Оборудование нефтегазоперерабатывающих и нефтегазохимических производств. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Р.Ғ.Шәрәфиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019