Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна

Просмотров: 804

РОГИНСКАЯ Любовь Эммануиловна (21.9.1936, Горький ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1997). Горький политехник ин‑тын тамамлаған (1959), 1962—70 йй. шунда уҡ эшләй. 1959—62 йй. “Теплоэлектропроект” ин‑тында (Горький), 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла (1989—94 йй. “Вихрь” фәнни конструкторлыҡ‑технология бюроһында бүлек начальнигы). Фәнни эшмәкәрлеге резонанс контурлы трансформатор‑ярымүткәргес комплекстарын уйлап табыу, тикшереү һәм оптималләштереүгә арналған. Р. тарафынан электр‑эрозион‑химик эшкәртеүҙә, хромлауҙа файҙаланыла торған электрофизик ҡулайламалар, лазерҙар өсөн энергия сығанаҡтары; электромагнитлы шарттар имитаторы һ.б. эшләнә. Асыштары БР һәм РФ пр‑тиеларында индерелгән. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 42 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Устойчивость электротехнологических систем с переменной ёмкостью //Электричество. 2002. №4 (авторҙ); Электромагнитные процессы и параметрический синтез одновентильных инверторов с обратным диодом для электротермии //Там же. 2003. №12 (авторҙ).

Н.Ғ.Ураҙбахтина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019