Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович

Просмотров: 671

РОМАНЧЕНКО Анатолий Фёдорович (11.8.1945, Өфө ҡ. — 7.10.2020, шунда уҡ), инженер‑электромеханик. Техник фәндәр докторы (2002). БР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), РФ-тың юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 1982 й. башлап ӨДИСУ-ла: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 й. тиклем сервис техникаһы факультеты деканы, 1993—99 йй. көнкүреш тәғәйенләнешендәге машиналар һәм аппараттар кафедраһы, 2002—13 йй. автоматлаштырылған проектлау системалары һәм графика кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәрткестәрҙең һәм мәғлүмәт системаларының етештереүсәнлеген арттырыуға, көнкүреш техникаһының функциональ процестары моделдәрен әҙерләүгә арналған. Р. тарафынан электр ҡырынғыстары датчиктарының һәм үҙгәрткестәренең динамик үҙсәнлектәрен һаҡлап ҡалып информацион етештереүсәнлекте күтәреү, функциональ һәм эксплуатациялау мөмкинселектәрен киңәйтеү проблемаларын хәл итеү өсөн термоанемометрик үлсәү ысулдары табылған; деталдәрҙе емермәйенсә эске дефекттарын контролдә тотоу өсөн йылылыҡ ысулдарының температураға бәйле хаталарын ҡаплау, шулай уҡ газ һәм шыйыҡ хәлдәге мөхиттәрҙең газ-динамик үҙенсәлектәрен контролдә тотоу проблемаһы хәл ителгән. Асыштары БР һәм РФ предприятиеларына индерелгән. 

 Х е ҙ м.: Совершенствование методов контроля технологических параметров на предприятиях службы быта. Уфа, 1990; Информационно-измерительные системы нестационарного энергетического состояния. Уфа, 2000.

М.А.Ураҡсыев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023