Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒҘӘТКИРӘЕВА Миңлегөл Байғужа ҡыҙы

Просмотров: 1182

СӘҒҘӘТКИРӘЕВА Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (10.5.1946, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1968) 1978 й. тиклем һәм 1984– 2012 йй. шунда уҡ эшләй: 1986 й. башлап лаб. мөдире, 2000 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р; 1978–84 йй. ӨАИ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге конденсирланған хәл физикаһына арналған. С. тарафынан ауыш анизотропиялы ферромагнит пластиналарҙың магнит‑ҡайталыусан тәьҫирләшеүе һәм домен структураһы тикшерелә, тәүге тапҡыр магнит‑ҡайталыусан тәьҫирләшеү йышлығының 2‑се ҡиммәте булыуы, спин тулҡынының диффузиялы характерҙа булыу өлкәһе, микроэлектрониканың функциональ элементтарын эшләгәндә файҙаланылған материалдарҙың ҡайталыусанлыҡ һәм магнит үҙсәнлектәре м‑н идара итеү механизмдары асыҡлана; магнит‑ҡайталыусан тулҡындарҙың спектры һ.б. анализлана. 180‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Особенности ориентационных фазовых переходов ферромагнетиков с наклонной анизотропией //Известия Российской Академии наук. Серия физическая. 2003. Т.67. №7; Спектр магнитоупругих волн магнитных материалов с наклонной анизотропией //Там же. 2004. Т.68. №5.

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023