Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВА Фәриҙә Вәли ҡыҙы

Просмотров: 1155

САДИҠОВА Фәриҙә Вәли ҡыҙы (11.7.1956, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Байыш а.), селекционер. Биол. ф. канд. (1997). БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (2003), РФ‑тың почётлы урман хеҙм‑ре (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Өфө урман хужалығы производство берекмәһенең комплекслы производство лаб. урман тупрағы ғилеме бүлеге инженеры, 1985 й. алып Ағиҙел урман хужалығы производство берекмәһенең агроном‑агрохимигы, 1986 й. — Өфө ярҙамсы а.х. агроном‑агрохимигы; 1987 й. башлап Ағиҙел урман продукттары комб‑тының агрохимигы, 1990 й. — агроучастка нач., 1991 й. — Өфө урман хужалығы нач.; 1992 й. — Өфө урман хужалығы техникумы дир., бер үк ваҡытта 2008 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге урман питомниктары тупрағының үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, цитрус, экзотик үҫемлек (банан, гранат, ҡәһүә һ.б.) сорттарын сығарыуға һәм уларҙы ябыҡ грунт шарттарында үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. С. тарафынан лимон (Лейсан, Салават, Урман) һәм цитрон (Зиля, Уралтау) сорттары сығарыла, лимондарҙы бүлмә шарттарында үҫтереү б‑са тәҡдим эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

 Х е ҙ м.: Уфимский лимонарий //Цветоводство. 2000. №1; Экологические аспекты выращивания лимонов в Уфимском лимонарии //Лесной вестник. 2000. №3.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023