Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР

Просмотров: 661

ҠАРА КҮБӘЛӘКТӘР (Anthrax), бызылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған себен заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. һәм күмер Ҡ.к. осрай. Кәүҙә оҙонлоғо 9,5—11 мм. Тәне ҡыҫҡа, мыҡты, ҡара төҫтә, күкрәгендә аҡ төк шәлкемдәре, ҡорһағында тәңкәләр бар. Мороно ҡыҫҡа, алға сығып тора. Антенналары 3 быуынтыҡлы. Ҡанаты киң, ҡарағусҡыл, осонда асыҡ төҫтәге таптар бар, тик торғанда ян-яҡҡа һәм артҡа йүнәлтелгән. Үҫеше гиперметаморфозлы. Баш капсулаһы редукцияға бирелгән балағорттары күбәләк, бал ҡорттары, саранчаларҙың балағорттарында, ҡурсаҡтарында, шулай уҡ был бөжәктәрҙең паразиттарында йәшәй; үҫеше 3 осорҙан тора, 2 тапҡыр ҡау һалалар. Балағорт тиресәһе ҡурсаҡланғанда һалына, пупарий барлыҡҡа килмәй. Ҡурсағы ҡаплы, башында һәм күкрәгендә кутикуляр сәнскеләр бар. Бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Өлкән заттар сәскәле үҫемлектәрҙең нектары менән туҡлана. Ҡояшлы көндәрҙә әүҙем. Яңғыҙ йәки бал ҡорттары колониялары оялаған урындарҙа урман ситендә, аҡланда, болонда, йылға үҙәнендә йәшәй. БР-ҙа урманлы, далалы райондарҙа осрай. Зарарлы бөжәктәрҙең һанын көйләй. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022
Связанные статьи: