Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ПЕРВОМАЙСКИЙ”, АХПК

Просмотров: 598

“ПЕРВОМАЙСКИЙ”, АХПК. Үҙәк усадьбаһы — Бәләбәй р‑нының Ермолкин ауылы. 1959 й. “Алға”, “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Потребкооперация” к‑здарын берләштереү һөҙөмтәһендә 21‑се партсъезд ис. к‑з булараҡ ойошторола, 1963 й. составына “Ҡыҙыл шишмә” к‑зы инә, 1998 й. алып “П.” АХПК, 2012 й. ябыла. Составына 3 трактор‑баҫыусылыҡ бригадаһы, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ һәм 2 һөтсөлөк фермаһы һ.б. ингән. 2004 й. 151 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 7877 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4631 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 22,1, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 143; етештерелгән (т): иген — 3964,6, күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 371. Һыйыр малы һаны — 830 (400 һыйыр), сусҡа — 167, йылҡы — 59; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2609 кг; етештерелгән (т): һөт — 1049, ит — 39,1. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019