Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1

Просмотров: 1121

ПСИХИАТРИЯ ДАУАХАНАҺЫ №1, респ. дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Халыҡҡа психиатрик, психотерапевтик һәм соц. ярҙам күрһәтеү, суд‑мед. экспертизаһы үткәреү б‑са төп махсус учреждение; респ. психиатрия хеҙмәтенә ойоштороу-методика йәһәтенән етәкселек итеү үҙәге; психик һаулыҡты һаҡлау мәсьәләләре б‑са белгестәр әҙерләү өсөн уҡыу базаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1‑се П.д. составына 1800 койкалыҡ стационар (26 дауалау бүлеге) һәм 11 амбулатор диспансер психоневрология бүлеге (10‑һы Өфөлә йәшәгәндәр өсөн, 1‑һе респ. халҡы өсөн) инә. 1‑се П.д. базаһында БДМУ‑ның психиатрия һәм наркология каф. эшләй. 2008 й. 189 табип (шуларҙың 142‑һе психиатр, 13‑ө психотерапевт һ.б.) һәм 500‑ҙән ашыу урта мед. хеҙм‑ре эшләгән. Стационар ярҙам 8 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән; психиатрҙарға килеүсе 250 меңдән ашыу кеше (шуларҙың 25 меңдән күберәге — балалар психиатрҙарына), психотерапевтарға килеүсе 8 меңдән ашыу кеше теркәлгән. 1875 й. Өфө губерна земство психиатрия дауаханаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1922 й. алып БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Респ. психиатрия дауаханаһы, 1949 й. — БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡ‑н респ. психиатрия дауаханаһы, 1982 й. башлап һәм 2006 й. — хәҙ. исемен йөрөтә (2000—06 йй. Респ. П.д.). 1‑се П.д. м‑н Р.Ғ.Вәлинуров, И.Ф.Случевский эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Ғ.Вәлинуров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019