Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ

Просмотров: 968

ПЕЙДЖИНГ ЭЛЕМТӘҺЕ, текст йәки цифрлы мәғлүмәт пейджерға (мәғлүмәтте ҡабул итер өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма) тапшырыла торған һәм тиҙ урынлаштырмалы бер яҡлы радиоэлемтә төрө. Тауыш (абонентҡа саҡырыу хәбәре дерелдәү, тауыш йәки яҡтыртыу ярҙамында ебәрелә), цифрлы (цифрлы хәбәр дисплейға сығарып күрһәтелә, оператив хәтере бар), текст (хәбәр дисплейға сығарыла, сәғәте, будильнигы бар һ.б.) пейджерҙары айырыла. П.э. авария‑ҡотҡарыу, хәүефһеҙлек хеҙмәттәре, пр‑тиелар, ойошмалар һәм халыҡ ҡулланған. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. уртаһынан П.э. хеҙмәтен “Баштехпром”, “Вессо‑Линк”, “Төбәк Телекоммуникация Системалары”, “Таском” компаниялары күрһәткән. Өфөлә “Вессо‑Линк” компанияһы тарафынан ҡалала йәшәүселәрҙән мәғлүмәтте оператив рәүештә ҡабул итер өсөн “мэрияның ҡыҙыу пейджеры” линияһы ойошторолған. 1998 й. алып “Башинформсвязь” ААЙ‑нда П.э. хеҙмәтен күрһәтеү өсөн тиҙ урынлаштырылмалы коммуникация цехы эшләгән. Абоненттар респ. бөтә райондарынан операторҙар бюроһы м‑н бәйләнешкә инеү өсөн бушлай күп каналлы телефон һәм роуминг (респ. терр‑яһында, РФ‑тың һәм яҡын сит илдәрҙең 300‑ҙән ашыу ҡалаһында хәбәрҙәр ҡабул итеү) ҡуллана алған, хәбәрҙе электрон почта аша һәм төрлө йышлыҡтағы тауыш ярҙамында ебәреп булған. База станцияларының тапшырғыстары респ. бөтә ҡалаларында эшләгән, абоненттарҙың һаны 12 меңдән ашыу, ш. иҫ. корпоратив абоненттар һаны 4 меңгә яҡын булған (2000). П.э. ике яҡлы тиҙ урынлаштырылыусы элемтә барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҫешә (ҡара: Кәрәҙле элемтә), телевидениела һәм радиола тамашасыларҙан һәм тыңлаусыларҙан хәбәрҙе “виртуаль пейджерға” ҡабул итеү өсөн файҙаланыла.

Ю.К.Тюкляев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: