ПЕРВУШИН Юрий Сергеевич
ПЕРВУШИН Юрий Сергеевич (11.1. 1935, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1962 й. тиклем ӨПЭЗ‑дә эшләй, 1965 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге композицион материалдарҙың термомеханикаһына арналған. П. ҡатнашлығында ҡаты фазалағы технология б‑са углепластиктар, быяла сүстәр һәм полипропилен нигеҙендә композицион материалдар эшләнгән. Уйлап табыуҙары БР‑ҙың һәм РФ‑тың авиация сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.
Х е ҙ м.: Основы механики, проектирования и технологии изгтовления изделий из слоистых композиционных материалов. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Р.Ғ.Яҡупов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов