Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛАК Алексей Филиппович

Просмотров: 988

ПОЛАК Алексей Филиппович (4.6. 1911, Тифлис ҡ. — 31.7.1990, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1965), проф. (1968). РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. Вена политехник ин‑тын тамамлаған (1935). 1938 й. алып Мәскәү өлк. төҙөлөш ойошмаларында эшләй. 1941 й. башлап Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша, 1943 й. алып “Башнефть” берекмәһенең “Башнефтестрой” тресында. 1947 й. — “Башнефтезаводстрой” тресының 3‑сө төҙөлөш‑монтаж идаралығында баш инженер (Өфө). 1956 й. — БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында директор. 1980 й. — ӨНИ‑лә төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире, 1986 й. алып уҡытыусы. Фәнни эшмәкәрлеге төҙөлөш материал‑ дарын өйрәнеү ғилеменә, бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы проблемаларына һ.б. арналған. П. тарафынан төҙөлөш материалдарын агрессив мөхиттәрҙә коррозиянан һаҡлау ысулдары уйлап сығарылған. Төҙөлөш материалдарын сығарыусы сәнәғәт пр‑тиеларының күп күләмле ҡалдыҡтарын файҙаланыу, минераль бәйләүес материалдарҙың ҡатыуы теорияһын эшләү проблемаларын хәл итеүгә өлөш индергән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Коррозия железобетонных конструкций зданий нефтехимической промышленности. М., 1971 (авторҙ.); Твердение минеральных вяжущих веществ. Уфа, 1990 (авторҙ.).

В.В.Бабков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019