Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР

Просмотров: 909

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР, макромолекулаларында ионоген төркөмдәр булған полимерҙар. Эретмәләрҙә полииондарға һәм түбән молекуляр противоиондарға тарҡала. Химик тәбиғәте б‑са поликислоталар (полиакрил, полиэтиленсульфокислота һ.б.), полинигеҙҙәр (поли‑4‑винилпиридин, полиэтиленполиаминдар һ.б.) һәм полиамфолиттар (составында бер үк ваҡытта к‑та һәм төп төркөмдәр бар; метакрил кислотаһы һәм 4‑винилпиридин сополимеры, аҡһымдар, нуклеин кислоталары һ.б.), структураһы б‑са — һыҙыҡлы (поляр эретмәләрҙә эрей) һәм аралыҡта ҡоролған (эретмәләрҙә бүртәләр), тарҡалыу дәрәжәһе б‑са — көслө (тулыһынса тарҡалалар) һәм көсһөҙ (диссоциация константаларына, рН эретмәләргә бәйле) П. айырыла. Макромолекулаларҙың эретмәләрҙәге конформацияһы зарядланған полиион төркөмдәренең электростатик тәьҫир итешеүенә бәйле (төрөлгән сылбырҙар төҙәйә). Полииондар ассиметрияға, уларҙың эретмәләре юғары йәбешкәклеккә, электр үткәреүсәнлеккә эйә. Полимерлашыу, поликонденсация м‑н, ҡораулы полимерҙарҙы амино‑, сульфо‑ һ.б. төркөмдәрҙе индереп алалар. Үтә ныҡ ваҡланған агенттар, ҡуйыртҡыстар (ҡара: Аҙыҡ өҫтәмәләре), эсә торған (ҡара: Һыу таҙартыу), сәнәғәт һәм ағынты һыуҙарҙы (ҡара: Ион алмаштырыусы ыҫмалалар) таҙартыу, минераль сеймалды байытыу (ҡара: Гидрометаллургия), ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу, сүс, ҡағыҙ эшкәртеү өсөн коагулянттар һәм флокулянттар итеп ҡулланыла; вакциналарҙы, дарыуҙарҙың үҙ аллы тарҡалыусы капсулаларын һ.б. етештергәндә файҙаланыла. Башҡортостанда “Каустик” ААЙ‑нда үҙ сеймалы һәм “Газпром нефтехим Салават” ААЙ продукцияһы нигеҙендә диметиламинды аллилхлорид м‑н кватернизациялап, артабан гомо‑ һәм сополимеризациялап ВПК‑402 (полидиметилдиаллиламмонийхлорид) маркалы П., ике нигеҙле к‑таларҙы полиэтиленполиаминдар йәки триэтилентетраминдар м‑н поликонденсациялап, артабан эпихлоргидрин м‑н алкиллаштырып Каустамин‑15 (полиамидоэпихлоргидрин), малеин ангидридын стирол  м‑н радикаль сополимеризациялап Стиромаль етештереү үҙләштерелә.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: