Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР

Просмотров: 789

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР, диэтилентриамин, триэтилентетрамин, тетраэтиленпентамин, пентаэтилен‑ гексамин һ.б., ш. уҡ пиперазин һәм уның сығарылмаларынан торған H2N(C2H4NH)nH уртаҡ формулалы берләшмәләр ҡатышмаһы. Түбән (n=2—6), юғары (n=250—1500) молекуляр П. айырыла. Түбән молекуляр П. — шыйыҡлыҡ, төҫө асыҡ һарынан һороға тиклем, тығыҙлығы 950—1050 кг/м3, һыуҙа, спиртта, ацетонда эрей, эфирҙа насар эрей; өҫкө тын алыу юлдарының лайлалы тиресәһен, тирене ҡуҙғыта, бауырҙы зарарлай. Юғары молекуляр П. — ҡаты матдә, аҙ ағыулы. Түбән молекуляр П. (этилендиамин етештереүҙәге өҫтәмә продукттар) — дистилляция м‑н, юғары молекуляр П. (түбән молекуляр П. эпихлоргидрин м‑н өлөшләтә поликонденсациялау продукттары) һыу эретмәләренән икенсе матдә (тоҙ) ҡушып йәки С4—С10 алифатик спирттар м‑н экстракциялап айырып алалар. Түбән молекуляр П. — эпоксид ыҫмалаларын ҡатырыу өсөн, ион алмаштырыусы ыҫмалалар, дарыуҙар, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, коррозия ингибиторҙары, минераль майҙарға присадкалар етештереүҙә, триэтилентетраминды — каучук вулканизацияһын тиҙләтеү, тетраэтиленпентаминды — туҡымаларға май, һыу үткәрмәй торған үҙенсәлек‑ тәр биреү, пентаэтиленгексаминды аҡһымдарҙы бүлеү өсөн сорбент етештереүҙә ҡулланалар; юғары молеку‑ ляр П. ыҫмала, ҡағыҙ етештереүҙә, һыу таҙартыуҙа һ.б. файҙаланыла. Башҡортостанда 1967 й. Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) Ғ.Ғ.Ғарифйәнов, Р.Н.Заһиҙуллин һ.б. тарафынан этилендиамин етештереүҙең өҫтәмә продукттарынан диэтилентриамин, пиперазин айырып алыу технологияһы эшләнә. 1976 й. алып моноэтаноламинды каталитик аминирлап диэтилентриамин сығаралар. 1979 й. этилендиамин м‑н 1,2‑дихлорэтанды үҙ‑ара тәьҫир итештереп триэтилентетрамин етештереү (ҡеүәте йылына 1000 т) үҙләштерелә; продукт составында 76—80% триэтилентетрамин, 14—16%‑ы уның изомеры, 2—4% N‑(β‑аминоэтил)пиперазин, 2—6% N,N‑бис‑(β‑аминоэтил)пиперазин бар. П. нигеҙендә 80‑се йй. башлап “Каустик” ЯАЙ амин ҡатырғыстар, Азимут 14, Азимут 14А, Викор, Нефтехим‑15 маркалы коррозия игибиторҙары сығара. 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ ҡойоп яһалған иҙән өсөн Эпонал маркалы состав етештерә.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: