Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ

Просмотров: 816

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ, (—ОСОС6Н4СОО—С2Н4—)n, термопласт, терефталат к‑таһы м‑н этиленгликолдең ҡатмарлы полиэфиры. Аморф (үтә күренмәле һорғолт һары), кристалл (төҫһөҙ, үтә күренмәй) П. айырыла. Мол. м. 20—40 мең, кристаллашыу дәрәжәһе йүнәлешһеҙ 40— 45%, йүнәлешле 60—65%, тығыҙлығы 1380—1400 кг/м3, tиреү 255—265°С, tйомшарыу 245—248°С. Диэлектрик, яҡтылыҡ, рентген, γ‑нурҙары тәьҫиренә бирешмәй; УФ өлкәлә үтә күренмәй. Дымды аҙ тарта, ныҡ тығыҙ, ышҡылыуға, һуҙғанда, бөгөлгәндә күп төрлө деформацияларға тотороҡло; механик үҙенсәлектәре эшкәртеү ысулына бәйле һәм —60 алып 170°С тиклем һаҡлана. Һыуҙа, органик эреткестәрҙә эремәй, 40—150°С т‑рала фенолда, уларҙың алкил, хлор алмашҡан сығарылмаларында, дихлоруксус, хлорсульфон к‑таларында, циклогексанонда һ.б. эрей. Көкөрт, тоҙ, уксус к‑таларының шыйығайтылған эретмәләренең, һелтеләрҙең һыуыҡ эретмәләренең (100°С юғарыраҡ т‑рала гидролизлана) һәм ағартыусы агенттарҙың (натрий гипохлориты, водород перекисы) тәьҫиренә бирешмәй. Окисланыу, фотохимик деструкцияға бирелә. Терефталат к‑таһы йәки уның диметил эфиры этиленгликоль м‑н поликонденсациялап алына. К‑таны этиленгликоль м‑н 240—270°С, 0,1— 0,2 МПа булғанда бис‑(2‑гидроксиэтил)терефталат ҡатышмаһын һәм уның олигомерҙарын алып этерификациялау, артабан уны 270—300°С вакуумда поликонденсациялау процесы киң таралған. Синтезлағанда йәки П. иретмәһенә тоноҡландырыусы агенттар (титан двуокисы), буяғыстар, тултырғыстар (каолин, тальк), антипирендар, стабилизаторҙар, модификаторҙар (изо‑фталь к‑таһы, диэтиленгликоль) һ.б. ҡушыла. Башлыса экструзия м‑н эшкәртәләр, сүс, плёнка, ҙур шешә һ.б. етештергәндә ҡулланалар. Башҡортостанда П. төп ҡулланыусылары — “Уфимкабель” ААЙ (ҡала телефон элемтәһе, юғары йышлыҡлы станция өсөн кабелдәр етештерә), “Авангард” ФДУП‑ы һәм “Каустик” ААЙ (ашъяулыҡтар). 20 б. 60‑сы йй. ӨНИ‑лә калий бензоатын диспропорциялаштырып толуолдан терефталат к‑таһы алыу процесы уйлап табыла (Ә.З.Бикҡолов, Р.Н. Хлёсткин). 2005 й. алып “Полиэф” ААЙ таҙартылған терефталат к‑таһы (ҡеүәте йылына 115 мең т), уның нигеҙендә 2008 й. башлап П. (ҡеүәте йылына 120 мең т) сығара.

Р.Н.Хлёсткин

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: