Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1167

ФУНКЦИЯ СИСТЕМАЛАРЫНЫҢ ТУЛЫЛЫҒЫ, функциялар системаһының үҙсәнлеге. Ниндәйҙер ҡыр өҫтөндәге векторлы топологик функциялар арауығының теләһә ниндәй функцияһы ошо системаның сикләнгән һыҙыҡлы комбинациялары м-н аппроксимацияланыуынан ғибәрәт. Ф.с.т. (тригонометрик, экспоненциаль һ.б.) аппроксимация, интерполяция, спектраль синтез, спектраль операторҙар теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы мәсьәләләренең ҡушымталарында ҡарала. Башҡортостанда Ф.с.т. (экспоненциаль, дәрәжә функциялары, бер һәм күп үҙгәреүсәнле аналитик йәки өҙлөкһөҙ функцияларҙың классик арауыҡтарында ҡайһы бер махсус функциялар) өйрәнеү 20 б. 70‑се йй. А.Ф.Леонтьев етәкс. башлана. Экспоненталар системаһының киҫектә абсолют тулылығы (И.Ф.Красичков‑Терновский), аппроксимациялаусы агрегаттарҙың коэффициенттарының үҫә барыуын иҫәпкә алып күп үҙгәреүсәнле функцияларҙы аппроксимациялау (В.В.Напалков), экспоненталар системаһының ныҡ тулы булмауы һәм Макинтайр проблемаһы (Ә.М.Ғайсин), экспоненталар системаһы һәм бер генә булыу күмәклегенең тулылығы (Б.Н.Хәбибуллин) һ.б. өйрәнелгән.

Б.Н.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: