Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО

Просмотров: 878

ТИМЕРҒАҘЫҠ ЙОНДОҘО, Кесе Етегәндең α‑һы, үҙгәреүсе йондоҙ (һары‑аҡ ифрат гигант). Яҡтылығы 4 тәүлек тирәһе период м‑н үҙгәргән өс йондоҙҙан торған система. Уртаса визуаль йондоҙ дәүмәле 2m,04. Радиусы Ҡояштыҡынан яҡынса 100 тапҡырға ҙурыраҡ. Ерҙән яҡынса 430 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Төньяҡ донъя полюсы тирәһендә иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе, унан бер градустан кәмерәк алыҫлыҡта тора, шуға күрә тәүлек әйләнәһендәге хәрәкәте ваҡытында күсмәй тиерлек. Навигация өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, Т.й. б‑са урындың киңлеген (яҡынса офоҡ кимәлендә Т.й. бейеклегенә тигеҙ), оҙонлоғон һәм Төньяҡҡа табан йүнәлеште табалар. БР терр‑яһында байымаусы йондоҙ булып тора һәм үҙенең бейеклеген үҙгәртмәй (Өфө өсөн 55°). Тәүлектең ҡараңғы мәлендә йыл әйләнәһенә күҙәтелә. Башҡорттар Тимер ҡаҙыҡ йәки Алтын бағана тип атай, Т.й. т‑дағы күҙаллауҙар риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа сағылдырылған (“Ҡәнифә юлы” һ.б.).

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: