Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОНОМАРЁВ Николай Георгиевич

Просмотров: 1036

ПОНОМАРЁВ Николай Георгиевич (21.3.1900, Өфө – 19.5.1942, Ковров ҡ.), оптик, астрономия инструменттары конструкторы. ЛДУ‑ны тамамлаған. 1920 й. алып Ленинградта: Оптика һәм Астрономия ин‑ттарында, 1934 й. башлап Оптика‑механика з‑дында КБ етәксеһе, бер үк ваҡытта Пулково обсерваторияһы хеҙм‑ре. П. 30 сантиметрлы рефрактор; Пулково обсерваторияһында урынлаштырылған горизонталь ҡояш телескобын (1941, Д.Д.Мәҡсүтов м‑н берлектә); башнялы ҡояш телескобын уйлап сығарған; Абастуман астрофизика обсерваторияһы (Грузия) өсөн тәүге рефлектор проектын эшләгән; телескоптарҙың еңеләйтелгән кәрәҙле көҙгөләрен яһау өсөн быяла шариктарҙы юғары баҫымда формалау ысулын уйлап сығарған. П. идеялары Зеленчук обсерваторияһында урынлаштырылған 6 м диам. азимут телескобы конструкцияһының нигеҙенә һалынған (Ҡарасәй‑Черкес, 1976). Сталин пр. лауреаты (1941).

Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. Уфимский физический институт (1919–1937). 2‑е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019