Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОНОМАРЁВ Олег Александрович

Просмотров: 709

ПОНОМАРЁВ Олег Александрович (22.11.1936, Силәбе ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй. 1968 й. алып Өфөлә: Химия ин‑тында лаб. мөдире, 1971 й. – СССР ФА БФ‑та өлкән ғилми хеҙм‑р, 1980 й. – Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында лаб. мөдире. 1999–2007 йй. РФА‑ның Күҙәнәк биофизикаһы ин‑тында (Пущино ҡ.) төп ғилми хеҙм‑р, 2008 й. алып Мәскәү дизайн һәм технологиялар ун‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге статистик физика, химик реакцияларҙың һәм катализ процестарының механизмдары моделдәрен әҙерләү м‑н бәйле. П. тарафынан Н.Н.Боголюбов сылбырҙарын өҙөү алымдары, шыйыҡ хәлдәге һыуҙың структураһы һәм уның полимерлашыу процесындағы роле, һыулы эретмәләрҙәге һәм биол. системалағы химик реакцияларға көсһөҙ ҡырҙарҙың тәьҫир итеү механизмы тикшерелгән, локаль динамиканың күп есемдәрҙең статистик физикаһындағы өлөшөн иҫәпкә алыу, радикаль сопо‑ лимеризация тиҙлегенең константалары м‑н идара итеү ысулдары табылған, радикалдарҙың ҡушылыу һәм алмашыу тиҙлектәренең константалары реакцияның йылылыҡ эффектына бәйле булыуы асыҡланған, полиариленфталидтарҙың юғары үткәреүсәнлек хәленә күсеүе моделе төҙөлгән һ.б. 175‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Эффекты динамической связи в статистической физике. М., 1992 (авторҙ.); Избранные проблемы современной теоретической физики. Уфа, 1999; Механика и молекулярная физика. М., 2007 (авторҙ.).

Р.М.Сабитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019