Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАРЫЛАР

Просмотров: 941

ДАРЫЛАР, ырғытыла торған шартлаусан матдәләр, шартлауға йәки детонацияға күсмәйенсә параллель ҡатламдар булып тышҡы баҫымдың киң интервалында (0,1—1000 МПа), газ хәлендәге күп миҡдарҙағы продукттар барлыҡҡа килтереп, тотороҡло яна алған органик һәм (йәки) органик булмаған берләшмәләрҙең ҡаты хәлдәге (конденсацияланған) ҡатышмалары. Зарядтың яныу тиҙлеге элементтарының составына, башланғыс т‑раһына һәм баҫымына, үлсәменә һәм формаһына, яныу ваҡыты яныусы көмбәҙҙең ҡалынлығына бәйле. Составы б‑са нитроцеллюлозалы, йәки төтөнһөҙ (нитроцеллюлоза нигеҙендәге пластификацияланған системалар; пироксилинлы, кордиттар, баллиститтар), ҡатышмалы (башлыса яғыулыҡ һәм окислаштырыусы м‑н тығыҙландырып тултырылған термореактив полимер системалар; ш. иҫ. төтөнлө, йәки ҡара төҫлө) Д. айырыла. Пироксилинлы Д. һәм кордиттар составына пироксилин (12,2—13,5%‑ы азот), бер аҙ миҡдарҙа пластификатор (башлыса этил спиртының диэтил эфиры м‑н ҡатышмаһы), стабилизатор (дифениламин һ.б.), флегматизатор (камфора һ.б.); баллиститлы Д. составына коллоксилин (10,7—12,2%‑ы азот), пластификатор (нитроглицерин йәки уның башҡа шыйыҡ нитроэфирҙар м‑н ҡатышмалары), стабилизатор (централиттар); ҡатышмалы Д. составына аммоний перхлораты (масса б‑са яҡынса 70—80%; окислаштырыусы), полимер бәйләүсе — ыҫмалалар һәм синтетик каучуктар (15—20%; яғыулыҡ), порошок хәлендәге алюмин (10—20%), пластификаторҙар, яныу катализаторҙары, ҡатырыусы һ.б. өҫтәмәләр; төтөнлө Д. составына калий нитраты (масса б‑са 70—80%; окислаштырыусы), ағас күмере (10—20%; яғыулыҡ), көкөрт (8—10%; бәйләүсе) инә. Баллиститтар м‑н сағыштырғанда, ҡатышмалы Д. юғарыраҡ сағыштырма көскә эйә, яныу тиҙлеге баҫымға һәм т‑раға аҙыраҡ бәйләнгән, физик‑механик характеристикаларын һәм яныу тиҙлеген присадкалар ярҙамында көйләү мөмкинлеге бар; төтөнлө Д. еңел тоҡана (tтоҡаныу яҡынса 300°С), бәрелеүгә һиҙгерерәк. Башҡортостанда 1943 й. Стәрлетамаҡ дары етештереү з‑дында (ҡара: “Авангард”) БМ‑22 “Катюша” гвардия миномёттары һ.б. өсөн нитроцеллюлозалы Д. сығарыу башлана. 50‑се йй. төрлө артиллерия системалары (залп уты, зенит, танкыға ҡаршы, авиация, махсус тәғәйенләнешле), ракета двигателдәре (йыһан объекттары өсөн өҫтәмә ярҙамсы двигателдәр), метеорология системалары өсөн 100‑ҙән ашыу төрҙә баллиститлы Д. заряды етештереү үҙләштерелә. 70‑се йй. уртаһында процестарҙы комплекслы механизациялау һәм автоматлаштырыу үткәрелә. 1992 й. Д. етештереү туҡтатыла. Пр‑тиеның ғилми‑технология үҙәгендә Ф.М.Ғәзизов етәкс. Ҡазан химия-технология ин‑ты м‑н берлектә иҫкергән баллиститлы Д. нигеҙендә тау тоҡомдарын шартлатыу, шартлатыу м‑н иретеп йәбештереү, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу һ.б. өсөн сәнәғәт шартлаусан матдәләре эшләнә.

В.В.Рудаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: