Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОТЕРЯХИН Владимир Александрович

Просмотров: 984

ПОТЕРЯХИН Владимир Александрович [2.3.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Верхотор а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 16.11.2013, Сала‑ уат ҡ.], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1971). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1973). Журналистар союзы ағзаһы (1999). Грозный нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1951 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тында эшләй: 1958 й. башлап катализаторҙар ф‑каһында смена нач., 1960 й. — өлкән инженер‑технолог, 1965 й. — тикшеренеү бүлеге мөдире, цех нач. урынбаҫары, цех нач., Тәжрибә з‑дының фән б‑са дир. урынбаҫары. 1971 й. башлап ӨНИ‑нең Салауат филиалында уҡыта (1973 й. тиклем декан урынбаҫары). 1984—88 йй. үҙе ойошторған Бөтә Союз органик синтез ҒТИ‑ның лаб. мөдире (Салауат ҡ.). Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү һәм нефтехимияла каталитик процестарҙы ҡулланыу м‑н бәйле. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, 20 уйлап табыу авторы, “Башҡорт ҡайындары” (“Башкирские берёзы”; 2001, авторҙ.) әҙәби йыйынтығы һ.б. авторы. “Күп милләтле Санкт‑Петербург” Яҙыусылар союзының почётлы ағзаһы (2002).

Х е ҙ м.: Мировой эфир. Уфа, 1999 (авторҙ.); Система химических элементов (история и современные проблемы). Уфа, 1999; Изящные идеи. Уфа, 2002 (авторҙ.).

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

                                                                                                                         

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019