Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСОРИАЗ

Просмотров: 727

ПСОРИАЗ (гр. psóra — ҡысынма), т ә ң к ә л е т и м е р ә ү, хроник ҡабатланып торған тире ауырыуы. Ғәҙәти төйөрсәле, экссудатлы, артропатик, эренле П., псориаз эритродермияһы һ.б. айырыла. 3 стадияға бүленә: көсәйә барған, стационар, кәмей барған. Сәбәбе асыҡланмаған. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: генетик һәм аллергик бирешеүсәнлек, иммунитеттың, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, ҡайһы бер инфекцион ауырыуҙар, стресс һ.б. Клиник күренеше: кәүшәк, аҡһыл ҡауаҡ м‑н ҡапланған төрлө ҙурлыҡтағы асыҡ ал төҫтәге сабыртма, терһәктә, тубыҡта, сәс араһында була. Диагностика өсөн клиник һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (һөртә торған дарыуҙар, дезинтоксикациялаусы, десенсибилизациялаусы, шешеүгә ҡаршы препараттар һ.б.), плазмаферез, фотохимио‑, физиотерапия, шифахана‑курорттар һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 426,6; 2006 — 434,5; 2008 — 483,4 кеше. П. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлап Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) һәм БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) алып барыла: П. ваҡытында ауырыуҙарҙа матдәләр алмашыныуы (Р.Э.Вевер, И.З.Ильясов, Е.А.Кадысева, Г.С.Максимов, С.И.Хәмидова), клиник күренеше (Л.Г.Дудина, Кадысева, М.М.Кузнец), эске ағзалар дисфункцияһы (М.Г.Сендерович) өйрәнелә; дауалау ысулдары эшләнә (Вевер, Кузнец, К.А.Телегина, А.Д.Чиберяева, Г.Э.Шинский, П.Н.Шишкин һ.б.). 2000 й. алып БДМУ‑ла М.М.Ғафаров етәкс. БР‑ҙа П. медик‑геогр. үҙенсәлектәре тикшерелә (Н.Р.Борханова, Л.Р.Ғәзизова, И.Ю.Жукова, С.С.Ҡорбанов, Б.Г.Латипов, Х.С. Фәхретдинова).

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019