Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ

Просмотров: 1269

АҘ КҮЛӘМЛЕ ХИМИЯ ПРОДУКТТАРЫ, химик реактивтар, реагенттар (ш. иҫ. коррозия ингибиторҙары, яғыулыҡҡа, майҙарға, полимерҙарға өҫтәмәләр һәм присадкалар), биологик актив матдәләр, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, аналитик химияла һәм төрлө синтезда ҡулланылыусы органик реактивтар (айырым төрҙәре 30 меңдән ашыу).

Башҡортостанда 20 б. 50-се йй. моно-, полихлорфенолдар һәм уларҙың берләшмәләрен Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”), 60-сы йй. туйындырылған һәм туйындырылмаған алифатик хлоруглеводородтарҙы Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) етештереү үҙләштерелә. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында 2,6-ике водород алмаштырған фенолдар химияһы, технологияһы б‑са ғилми‑тикшеренеү, тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре үткәрелә, төрлө присадкалар, реагенттар, водород алмаштырыу ҡыйынлашҡан фенолдар етештереү технологиялары уйлап табыла. Респ. НЭЗ‑дарында яғыулыҡтарға, синтетик һәм минераль майҙарға (ҡара: Нефть продукттары) присадкалар эшләүсе производстволар бар. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда спирттар, ди-, полиолдар, алканоламиндар һ.б. етештерелә. Өфө аҙ күләмле нефтехимия производстволарының тәжрибә заводыкоррозия ингибиторҙары, битум-полимер композициялар, быраулау эретмәләренә майлау өҫтәмәләре, түбә ябыу һ.б. мастикалар, автомобилдәргә һыуытыусы шыйыҡлыҡтар һ.б.; Тәжрибә заводы, Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтының тәжрибә‑эксперименталь производствоһы гербицидтарҙың тәжрибә партияларын; Нефтехим тәжрибә заводы нефть сығарыуҙы интенсивлаштырған ИНПАР-1 реагентын, меркаптанлаштырыу өсөн катализатор, косметика сәнәғәте өсөн балауыҙ эшләп сығара. “Реактив” Дәүләт инженер үҙәгендә (ДИҮ; ӨДНТУ‑ның тармаҡ-ара лаб. нигеҙендә ойошторолған) химик реактивтарҙы синтезлау, сертификатлаштырыу, стандартлаштырыу ысулдары эшләнгән, аҙ күләмле һәм заказға продукттар, ш. иҫ. ацеталдәр, ортоэфирҙар, туйындырылмаған спирттар, диолдар һ.б. сығарыла. Нефть, газ скважиналарын быраулағанда бырау ҡоросо ашалыуын кәметеүсе химик реагенттар, һыулы эмульсиялы буяуҙар, деэмульгаторҙар, нефть промыслаларында көкөртлө водород йотоусы матдәләрҙе коалесценциялаусы өҫтәмәләр; нефть ятҡылыҡтарында тау тоҡомдарының үткәреүсәнлеген арттырыусы профилактик саралар; фаза-ара күсерелеш катализаторҙары; Реакор-1, Реакор-2 коррозия ингибиторҙары; полиграфия сәнәғәте өсөн Ләйсән, Аҡташ һ.б. ярҙамсы материалдар; электротехника сәнәғәте өсөн реагенттар; Дон-1, Дон-2 биостимуляторҙары; юғары вакуумлы техниканы майлау матдәләре; наркотик матдәләрҙе экспресс анализлау, һыуҙа, тупраҡта, а.х. продукттарында ағыулы химикаттарҙы билдәләү өсөн реагенттар йыйылмаһы уйлап табылған. Органик химия ин-тында (ОХИ) простагландиндарҙан Эстуфалан, Клатрапростин ветеринария препараттары, Аскоцин фунгициды, хайуандарҙың ашҡаҙан-эсәк трактын дауалау өсөн Энтерозим, Диспепсилат саралары уйлап табылған һәм етештерелә. Бактерияларға, елһенеүгә ҡаршы Сульфакрилат елеме эшләп сығарыу үҙләштерелә. “Реактив” ДИҮ м-н берлектә иген (Кюнемон), мамыҡ үләне (Армигаль) ҡоротҡос бөжәктәренә ҡаршы феромондар, күс айырыуға ҡаршы Апилюр препараты сығарыла. Нефтехимия һәм катализ ин-тында а.х. культуралары уңышын күтәреүсе Купробисан, Бисол-2 саралары, микозға ҡаршы Базуран препараты сығарыла; ОХИ м-н берлектә энтомологик елем сериялары уйлап табылған һәм етештерелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәр үҫеүен көйләгестәр ин-тында фенокси-, арилоксиуксус кислоталары, уларҙың тоҙҙарын, эфирҙарын эшләү технологиялары үҙләштерелгән; улар нигеҙендәге составтар, композициялар үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары итеп ҡулланыла.

С.С.Злотский

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019