Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОСТАГЛАНДИНДАР

Просмотров: 1332

ПРОСТАГЛАНДИНДАР, үҙәк циклопентан балдаҡлы, урын алмаштырыусылары, балдаҡта һәм ситке сылбырҙа икеләтә бәйләнештәр төрлөсә урынлашҡан туйындырылмаған майлы С20 оксикислоталар. 20‑гә яҡын тәбиғи П. билдәле, улар кешенең аталыҡ орлоғонда, күп кенә умыртҡалыларҙа, умыртҡаһыҙҙарҙа, ҡайһы бер үҫемлектәрҙә табылған. Тәбиғәттә П. бай берҙән‑бер сығанаҡ — горгоний мәрйендәре (киптерелгәндән һуң ауырлыҡтың 1,5—2%‑ын П. тәшкил итә). Цикл төҙөлөшөнә, ситке төркөмдәрҙең төрөнә ҡарап А, В, С, D, Е, F, H, I, J тибындағы П. айыралар. Майға оҡшаш шыйыҡлыҡ йәки түбән т‑рала иреүсе кристаллик матдә, күпселек органик эреткестәрҙә эрей (һыуҙа насар эрей). D, Е тибындағы П. һыу эретмәләрендә рН 4‑тән аҙ йәки 8‑ҙән күп булғанда транс‑ике бәйләнешенең күсеү мөмкинлеге м‑н еңел дегидратациялана. Бициклик П. һыу эретмәләрендә тотороҡһоҙ була. П. үҙ‑ара әүерелеүҙәрен тиҙләткән ферменттар билдәле. Организмда активлығын тиҙ юғалта, гомеостазды һаҡлауҙа, ауыртыу рецепторҙарына тәьҫир итеүҙә, иммунологик реакцияны көйләүҙә, бала табыу эшсәнлегендә ҡатнаша, ауырлы саҡта ҡарындағы баланың күкрәк көпшәһен асыҡ тотоуҙа ярҙам итә, үпкә көпшәһе һәм трахеяларҙың тартылыуына (F тибындағы П.) һәм киңәйеүенә (Е тибындағы П.) булышлыҡ итә, бешеү һ.б. травмалар арҡаһында барлыҡҡа килгән шешеү реакцияларын көсәйтә. П. тән т‑раһын күтәреүгә сәбәпсе була, тыныслан‑ дырғыс тәьҫир бирә, ашҡаҙан аҫты биҙенең ферменттар секрецияһын стимуллаштыра, ашҡаҙан секрецияһын тотҡарлай, ҡайһы берҙәре вирусҡа, шешкә ҡаршы әүҙемлек күрһәтә. Төрлө П. синергист йәки антагонист булараҡ тәьҫир итә. Туйындырылмаған май к‑талары — аҙыҡ‑түлек сәнәғәте продукттары нигеҙендә ферментатив синтез юлы м‑н; тулы (9— 13 стадия; башлыса циклопентадиен нигеҙендә) һәм өлөшләтә (3—5 стадия; Plexaura homomalla тип аталған йомшаҡ диңгеҙ мәрйененең ҡайһы бер төрҙәре составындағы массанан 1,4%‑ҡа тиклем тәшкил иткән сығарылмалары нигеҙендә) химик синтез юлы м‑н алалар. П. препараттарын һәм уларҙың сығарылмаларын эксперименталь һәм клиник мед. ауырҙы төшөрөр өсөн, бәпесләүгә ярҙам иткәндә, ашҡаҙандың сей яраһы, бронхиаль астма һәм ҡайһы бер йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары терапияһында, гемостазды коррекциялауҙа, яһалма ҡан әйләнеше ҡулланылған операциялар ваҡытында һәм гемодиализда антикоагулянт итеп файҙаланалар; П. ҡайһы бер сығарылмалары ветеринарияла яһалма ҡасырыуҙа ҡулланыла. Башҡортостанда П. өйрәнеү Органик химия институтында алып барылған. Ф.А.Вәлиев, Н.С.Востриков, М.С.Мифтахов, Г.А.Толстиков һ.б. тарафынан дициклопентадиен (изопрен етештереү продукты) нигеҙендә сульпростон (ауырҙы иртә төшөрөү һәм бәпесләүгә ярҙам итеү сараһы) һәм клопростенол (эстуфалан һәм клатрапростин ветеринар препараттарының тәьҫир иткән матдәһе; 1992 й. РФ Дәүләт пр. бирелә) алыуҙың эффектив схемаһы эшләнә.

М.С.Мифтахов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: