Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОСТНОВ Владимир Валентинович

Просмотров: 710

ПОСТНОВ Влади‑ мир Валентинович (14.6.1950, Өфө — 18.5.2014, шунда уҡ), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1980–82 йй. “Искра” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһының лаб. мөдире, 1986–87 йй. бүлек мөдире, 2007 й. алып мехатрон станок системалары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡыҙҙырыуға сыҙамлы конструкция материалдарын ҡырҡыу процестарын оптимизациялауға арналған. П. тарафынан ауыр эшкәртелгән материалдарҙы ғәҙәти булмаған юл м‑н ҡырҡыу ваҡытында металл ҡырҡҡыс инструменттың ашалыуы тикшерелгән; инструмент материалының рациональ маркаһын тиҙ һайлап алыу методикаһы, ҡырҡыу зонаһын электр ярҙамында һыуытыу технологияһы һәм ҡорамалдары, типлаштырылған һығылмалы етештереү системалары өсөн эшкәртеү режимдары һәм инструменттары б‑са белешмә мәғлүмәттәр эшләнгән. Асыштары БР‑ҙың һәм РФ‑тың сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Метод и результаты оценки контактного взаимодействия применительно к процессам металлообработки. М., 2004 (авторҙ.); Резание материалов. Режущий инструмент М., 2005 (авторҙ.).

Р.Р.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019