Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВЕДНИКОВ Николай Константинович

Просмотров: 719

ПРАВЕДНИКОВ Николай Константинович (9.12.1933, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡуяштыр а. – 4.12.2001, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) 1958 й. тиклем — “Туймазанефть” нефть промыслаһы идаралығында, 1961 й. алып Украина нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Киев) эшләй, 1969 й. – “Гипротюменьнефтегаз” ин‑ты дир., 1975 й. – Себер нефть сәнәғәте ҒТИ дир. (Төмән ҡ.). 1981 й. алып Мәскәүҙә: Бөтә Союз яғыулыҡ‑энергетика комплекстары проблемалары ҒТИ‑нда фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1986 й. башлап дир., 1995 й. – “ЛУКОЙЛ” нефть компанияһының фәнни‑инженерлыҡ үҙәге ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, РФ‑тың яғыулыҡ‑энергетика комплекстарын үҫтереү м‑н бәйле. П. ҡатнашлығында ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары уйлап табылған һәм камиллаштырылған, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу өсөн ҡатламдың бер төрлө булмауын иҫәпкә алып нефть сығарыу динамикаһын, газ‑һауа ҡатышмаларын ҡатлам эсендә яндырыу процесын иҫәпләү методикалары һ.б. эшләнгән. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019