Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ

Просмотров: 1008

СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ, мәғлүмәт сымдар буйлап электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында тапшырылған электр элемтәһе төрө. Элемтә кабелдәренең баҡыр сымдары (атмосфера тәьҫиренә әҙерәк бирешә), һирәгерәк баҡыр йәки биметалл сымдар (үткәреүсәнлеге насар) аша булдырыла. Алыҫ аралығы (ҡала‑ара; кабелдәр ер аҫтында 0,9–1,2 м тәрәнлектә һалына) һәм урындағы (торама пункттар эсендә; канализация ҡоролмалары торбаһы буйлап) С.э. айырыла. Мәғлүмәтте тамға йәки хәреф һәм цифрҙар (телеграф элемтәһе), тауыш мәғлүмәте (телефон элемтәһе), һүрәттәр (факсимиль элемтә), ш. уҡ телевидение һәм радио тапшырыу программалары рәүешендә тапшырыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. – Мәскәү–Хабаровск магистраль элемтә линияһының бер өлөшөн тәшкил иткән тәүге Абдулла– Аксаков–Раевка–Дим–Иглин–Оло Теләк; 40‑сы йй. Өфө–Архангел– Йөйәк–Инйәр–Белорет–Магнитогорск (телеграф элемтәһе генә) һәм Өфө–Шишмә–Туймазы–Бөгөлмә–Ҡазан һауа линияһы төҙөлә. 40‑сы йй. аҙ. йышлығы б‑са тығыҙланған өс каналы булған лампалы тапшырыу системаһы индерелә. 1949 й. Өфөлә Үҙәк телеграфты Мәскәү–Хабаровск магистраль линияһы м‑н тоташтырған яҡынса 9 км оҙонлоҡтағы тәүге С.э. кабель линияһы төҙөлә. 70‑се йй. уртаһынан баҡыр сымлы элемтә кабелдәре булған С.э. үҫешә, 90‑сы йй. аҙ. ҡала‑ара элемтәһендә уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 3,5 мең км тәшкил итә. 30‑сы йй. башлап ҡала‑ара элемтәне ойошторор өсөн башлыса С.э. һауа линиялары файҙаланыла (дөйөм оҙонлоғо яҡынса 10 мең км), 80‑се йй. алып улар ҡыҫҡартыла (2008 й. яҡынса 260 км), респ. юлһыҙ райондарында ғына (Иҫке Собханғол– Үрге Әүжән–Ҡолғона–Маҡар–Петровский– Стәрлетамаҡ, Иглин–Урман, Иглин–Красная Горка) һаҡланып ҡалған. “Промсвязь” пр‑тиеһында 1992–2004 йй. “АЦУ‑4/1”, “АЦС” сериялы телефон линияларын тығыҙлау аппараттары етештерелә; 2004 й. алып элемтә ҡорамалдарын электр энергияһы м‑н өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн УЭПС‑2К ҡулайламаһын, кабель телевидениеһы ҡорамалдарын һауа шарттары тәьҫиренән һәм рөхсәтһеҙ инеүҙән һаҡлау шкафтарын етештереү үҙләштерелгән.

И.Х.Ғәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: