Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ ОБЪЕКТТАРЫН ПРОЕКТЛАУ

Просмотров: 1105

ТӨҘӨЛӨШ ОБЪЕКТТАРЫН ПРОЕКТЛАУ, биналарҙы, ҡоролмаларҙы йәки уларҙың комплекстарын төҙөү (реконструкциялау) өсөн кәрәкле булған текслы һәм график документтар (иҫәп‑хисап, смета, һыҙма һ.б.) комплексын эшләү. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са производство (энергетика, транспорт, элемтә биналары һәм ҡоролмалары һ.б.), производствоға ҡарамаған (торлаҡ, мәҙәни-көнкүреш һ.б.) һәм линия (магистраль үткәргес торбалар, электр энергияһы тапшырыу линиялары) объекттарының проекттары айырыла. Т.о.п. заказсының заданиеһына һәм инвестиция нигеҙҙәренә, төҙөлөштөң йәки реконструкцияның маҡсатҡа тап килеүенә, техник регламенттарға, милли стандарттарға, норматив документтарға һ.б. ярашлы эшләнә; 1—2 стадияла башҡарыла: объекттың (торлаҡ райондар, сауҙа комплекстары, сәнәғәт пр-тиелары, АЭС, күперҙәр һ.б.) ҡатмарлылығы категорияһына ҡарап проект (дәүләт экспертизаһы үткәрелә) һәм (йәки) эш документтары төҙөү. Проект эсенә аңлатмалы яҙма, архитектура, технология, төҙөлөш һәм күләмен планлаштырыу б-са эштәр һ.б. инә; шәхси проект төҙөлә йәки типлы проект (торлаҡ йорттар, мәктәптәр, к/т һ.б.) урындағы шарттар м‑н яраҡлаштырыла. Төҙөлөш материалдарын, конструкцияларын, төҙөлөш-монтаж эштәрен механизациялау сараларын файҙаланыу, ш. уҡ төҙөлөш алып барыу төҙөлөш ойошмалары м‑н яраштырыла. Проект‑смета документтары төҙөлөштө ойоштороу, планлаштырыу һәм финанслауҙың нигеҙе булып хеҙмәт итә. Проект ойошмалары төҙөлөштөң проект ҡарарҙарына тап килеүенә авторлыҡ күҙәтеүе алып бара. Башҡортостанда “Башкиргражданпроект” ин‑ты тарафынан “Өфө‑Арена”, “СемьЯ” сауҙа‑күңел асыу комплексының проекттары; Башҡорт драма театрын, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын, “БашЭКСПО” комплексын реконструкциялау проекттары эшләнә. Институттың эшмәкәрлеге лицензияға ярашлы алып барыла [ҡатмарлығы б‑са 3‑сө категория терр-яларындағы (ш. иҫ. насар техноген процестар үҫешкән) 1‑се һәм 2‑се яуаплылыҡ кимәлле биналар һәм ҡоролмалар өсөн проект эштәре комплексын үҙ эсенә ала]; 2008 й. ГОСТ Р ИСО 9001 талаптарына ярашлы сифат менеджменты системаһы (ҡара: Халыҡ‑ара стандарттар) индерелә. “Башҡортостан Промстройпроекты” ин‑ты проекттары б‑са “Полиэф” пр‑тиеһы (респ. күләмле йөктәргә иҫәпләнгән тәүге 7 ҡатлы монолит каркаслы производство корпусы), Өфө трансформаторҙар з‑ды төҙөлә; Республика клиник дауаханаһының операция блоктары вертикаль һәм халыҡ‑ара стандарттарға ярашлы (ламинар һауа ағымдары булған таҙа бүлмәләр) урынлаштырылған хирургия корпусы, “Өфө” аэропорты һ.б. реконструкциялана; бейек монолит‑кирбес торлаҡ йорттарҙың проекттары төҙөлә, конструктив схемалы (монолит тимер‑бетондан эшләнгән эске терәк стеналар буй һәм арҡыры стена схемаһында булған) йорттар төҙөү технологияһы индерелә. “Архпроект” ижади архитектура фирмаһы (1987 й. башлап ҡала төҙөлөшө документтары, дизайн‑проекттар әҙерләй, торлаҡ-гражданлыҡ төҙөлөшөн, сауҙа‑ижт. комплекстарҙы, интерьерҙарҙы комплекслы проектлауҙы һ.б. алып бара) тарафынан Kаруанhарайҙы, “Башҡортостан” ҡунаҡхана комплексын реконструкциялау һәм “Асы”, “Красноусол”, “Янғантау” шифаханалары, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге корпустарын, “Транснефть” компанияһының Өфөләге адм. бинаһын һ.б. проекттары эшләнә; 2006 й. ГОСТ Р ИСО 9001 талаптарына ярашлы сифат менеджменты системаһы индерелә. “Башгипроагропром” ин‑ты (ҡара: Башагропромтехпроект) проекттары б‑са М. Ғафури ис. ҡошсолоҡ комплексы (Мәләүез р‑ны), Уральск (Учалы р‑ны), Бекетов (Ҡырмыҫҡалы р‑ны) аа. һөтсөлөк фермалары төҙөлә, Күлтабан (Баймаҡ р‑ны), Яңы Себенле (Ейәнсура р‑ны) һ.б. ауылдарҙа фермалар төҙөү алып барыла. Т.о.п. м‑н шулай уҡ “Башгипроводхоз”, “Башжилкоммунпроект” ин‑ттары һ.б. шөғөлләнә.

А.С.Луконин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: