Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОКАТЛАУ

Просмотров: 960

ПРОКАТЛАУ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү алымы: әҙерләмә ышҡылыу көстәре тәьҫиренән әйләнеп тороусы валдар араһына тартылып инә һәм һығылмалы рәүештә деформациялана, был саҡта уның ҡалынлығы кәмей һәм оҙонлоғо арта. Эшкәртелгән металдың т‑раһына ҡарап — ҡыҙыу һәм һалҡын килеш П., валдарҙың һәм әҙерләмәләрҙең урынлашыуына ҡарап буйға, арҡырыға һәм винт буйлап П. айыралар. Аҙ деформациялана торған материалдарҙы эшкәртеү өсөн вальцовкалау һәм йәйеү ысулдарын ҡулланалар. Металлургияла иретелгән ҡоростоң 90%‑ҡа тиклеме һәм төҫлө металдарҙың байтаҡ өлөшө П. дусар ителә. П. табаҡ, профилдәр, торба етештергәндә файҙаланыла. Металдарҙы үтә һығылмалылыҡ хәлендә эшкәр‑ теү технологияларын табыу б‑са ғилми-тикшеренеү эштәре 20 б. 80‑се йй. Авиация техник университетында башланып (О.Ә.Ҡайбышев, Г.А.Салищев, Ф.З.Үтәшев һ.б.), 80‑се йй. уртаһында Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында дауам ителә. Аҙ деформацияланыусы һәм һығылмалылығы бәләкәй булған, ш. иҫ. ҡыҙҙырыуға сыҙамлы, иретмәләрҙән ҙур габаритлы деталдәр яһарға мөмкинлек биргән үтә һығылмалылыҡ хәлендә йәйеү ысулы уйлап сығарылған (СРД‑800 дискыларҙы йәйеү стандары, АЛРД‑800 автоматлаштырылған линиялары, баҫтырғыс һәм йәйгес станоктар һ.б. махсус ҡорамалдар ҡулланыла). Үтә һығылмалылыҡ эффектына нигеҙләнгән был ысул минималь сығымдар м‑н алынған изделиеларҙың юғары сифатын тәьмин итә (деталдәргә форма биргәндә көс һалыу штамплау ваҡытындағы м‑н сағыштырғанда 100—1000 тапҡырға кәмей, технологик процестарҙы автоматлаштырыу кимәле юғары була, металды файҙаланыу коэф. 0,4—0,8 тиклем арта, операциялар һәм күсереүҙәр һаны кәмей һ.б.). Технология Бөтә Рәсәй техник физика ҒТИ‑нда (Снежинск ҡ.), Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының тәж. производствоһында, Каменск- Уральск металлургия з‑дында, “Салют” ФДУП‑ында (Мәскәү); Һиндостан, АҠШ, Көньяҡ Корея илдәренең машиналар эшләү компанияларында ҡулланыла. 1985 й. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә Технология һәм производствоны ойоштороу ин‑ты хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында газ турбиналы двигателдәр компрессорының көрәксәһе ҡанатын (ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙән, ш. иҫ. титан иретмәләренән эшләнә) һалҡын килеш вальцовкалау процесы индерелгән, ул производствоның хеҙмәт талап итеүсәнлеген 2—4 тапҡырға кәметкән. 90‑сы йй. Белорет металлургия комбинатында 150×150 мм квадрат киҫелешле әҙерләмәләр алыу өсөн “Блю‑ минг‑150” прокатлау станы төҙөлгән.

Р.Ғ.Зарипова, Ф.З.Үтәшев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: