Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПУТЯТИНСКИЙ Виктор Александрович

Просмотров: 705

ПУТЯТИНСКИЙ Виктор Александрович (15.8.1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Үрге Троицк а. — 28.1.2012, С.‑Петербург), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың почётлы энергетигы (1998), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2001). Ленинград юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1958) Плесецк ҡ. ғәскәри частарында хеҙмәт итә. 1962 й. башлап Хәрби инженер-техник ун‑тында (С.‑Петербург). Фәнни эшмәкәрлеге электр энергияһы м‑н тәьмин итеүҙең автономиялы системаларындағы дизель‑генераторҙарҙың техник характеристикаларын яҡшыртыуға арналған. П. ҡатнашлығында аномаль атмосфера һауаһы шарттарында дизелдәрҙе эшләтеү алымдары уйлап табылған. Асинхронлаштырылған синхрон генераторлы дизель‑генераторҙарҙың әйләнеү йышлығын функциональ рәүештә көйләү системаһы “Трансмаш” з‑дында (Барнаул ҡ.) индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 54 уйлап табыу авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Х е ҙ м.: Компрессорные установки. СПб., 1978 (авторҙ.); Рабочие процессы и динамика двигателей внутреннего сгорания энергоустановок объектов Министерства обороны. Ч.1. СПб., 1993.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019