Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович

Просмотров: 762

ПШЕНИЧНЮК Анатолий Иванович (16.11.1949, Дәүләкән ҡ. — 18.4.2015, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре конденсирланған хәл физикаһы проблемаларына арналған. П. тарафынан үтә һығылмалы деформацияның тасуирлауҙың мезо һәм макроскопик кимәлдәре араһындағы бәйләнеште күрһәткән моделе (В.В.Астанин, О.Ә.Ҡайбышев м‑н берлектә) һ.б. әҙерләнгән, физик материалдарҙы өйрәнеү ғилеме өлкәһендәге тикшеренеүҙәр ваҡытында файҙаланылған мезокимәлдең деформацияланыу механизмдары һ.б. өйрәнелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Сверхпластичность и границы зёрен в ультрамелкозернистых материалах. М., 2008 (авторҙ.).

А.Ә.Назаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019