Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАДИОЛОКАЦИЯ СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 1177

РАДИОЛОКАЦИЯ СТАНЦИЯҺЫ, р а д и о л о к а т о р, р а д а р, төрлө һауа объекттарын (сәптәрҙе) радиолокация алымдарын файҙаланып күҙәтеү (һауа арауығын контролдә тотоу, Һауа оборонаһы системаларының зенит ракеталарын табыу йәки тоҫҡау, йыһанда осоу аппараттарын эҙләү һәм уларға яҡынайыу һ.б.) ҡоролмаһы. Ер өҫтөндә, диңгеҙҙә, самолётта, юлдашта; әйләнеп торған, сканирлаған һәм хәрәкәт итмәгән антенна системалары булған; импульслы һәм өҙлөкһөҙ нурланышлы, когерентлы һәм когерент булмаған режимда; радиотулҡындарҙың төрлө диапазондарында эшләгән һ.б. төр Р.с. айырыла. Антенна системаһынан, тапшырғыстан (пассив һәм актив), радиоалғыстан һәм сигналдарҙы көсәйткән, үҙгәрткән һәм эшкәрткән диспетчерҙың мониторына еткергән аппараттарҙан тора. Төп характеристикалары: үлсәүҙәрҙең аныҡлығы, эшләү зонаһының алыҫлығы һәм макс. бейеклеге, йүнәлеш диаграммаһы, хәл итеү һәләте, күҙәтеү секторы һәм ваҡыты, координаталарҙы билдәләү аныҡлығы һ.б. 1962 й. Башҡортостанда Яңауыл ҡ. тәүге Р.с. (“Ромашка” трасса Һауа оборонаһы радиолокаторы), 1965 й. Өфө аэропортында — һауа арауығын контролдә тотоу һәм һауа караптары м‑н идара итеү, аэродром (ДРЛ‑7) һәм ултыртыу (ПРЛ‑4) өсөн Р.с. урынлаштырыла. 70—80‑се йй. “Сатурн”, “Меч” Р.с. төрлө модификациялары ҡулланыла. 1989 й. алып табыу алыҫлығы 120 км тиклем булған АОРЛ‑85 аэродром Р.с. (трасса радиолокаторының аналогы, ләкин бәләкәйерәк ҡеүәтле) эшләй, ул икенсел радиолокатор м‑н берлектә аэропорт эргәһендә һауа караптарының күтәрелеүе һәм төшөүе м‑н идара итә. 1992 й. башлап самолёт т‑да өҫтәмә мәғлүмәт (борт номерын, борттың бейеклеген, азимутын һәм алыҫлығын, пассажирҙар һанын, ҡалған яғыулыҡты) алыу өсөн “Корень‑АС” икенсел радиолокаторы ҡулланыла. 1994 й. метеорологик хәл т‑да мәғлүмәт йыйыу өсөн МРЛ‑5 метеорологик Р.с. урынлаштырыла. 2000 й. алып күҙәтеүсе 1РЛ‑39 һәм 1Л‑118 трасса Р.с. эшләй, улар самолёттарҙы 300 км радиуста күреү, ниндәй дәүләткә ҡарағанын һәм ҡайҙа булыуын билдәләү, маршрутын һәм расписание б‑са осоу ваҡытын контролдә тотоу, йәшенле зоналарҙы урап үтеү өсөн осоу йүнәлеше тиҙлеген үҙгәртеү т‑да тәҡдимдәр яһау, хәүефле осраҡта (двигатель эшләмәгәндә, йүнәлеште юғалтҡанда һ.б.) экипажға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә. 2009 й. алып АОРЛ‑1АС аэродром локаторы эшләй.

И.И.Городецкий, Р.Ә.Ишморатов, Е.Н.Киселёв

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: